Сәләмәт булайыҡ
18 Февраль 2025, 10:45

Кеше ғүмерен һаҡлау – иң ҙур бурыс

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдына мөһим бурыс ҡуйҙы: 2030 йылға республикала бер генә иҫке һәм авария хәлендәге медицина пункты ла булмаҫҡа тейеш.

Кеше ғүмерен һаҡлау – иң ҙур бурысКеше ғүмерен һаҡлау – иң ҙур бурыс
Кеше ғүмерен һаҡлау – иң ҙур бурыс

Медицина ауылдан башлана

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала эш башлаған тәүге осорҙа уҡ “Россия-24” телеканалында һаулыҡ һаҡлауҙы заманса тармаҡҡа әүерелдереү хыялы менән сығыш яһап, халыҡ күңелендә яҡшы дауаланыу шарттарына өмөт уятҡайны.

“Ә ҙур республикала медицина ауылдан башлана. Бында әле күп төбәктәрҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябыҡ, амбулаториялар юҡлығы һәм медицина белгестәре етешмәүе билдәле. Беҙ ысынбарлыҡта ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙа етди тәртип булдырабыҙ – юғары технологиялы медицина ярҙамында ла, ҡалалар кимәлендә лә. Беҙ юлыҡҡан төп проблема стеналар, биналар йәки ҡорамалдар юҡлығында ғына ла түгел, ә табиптарҙың булмауында. Был беҙҙең өсөн бик етди һынау”,

– тип республика етәксеһе алда торған бурыстарҙың мөһимлегенә баҫым яһаны.

Ысынлап та, биш-алты йыл эсендә ҙур тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм ойоштороу оҫталығы менән тармаҡта бығаса булмағанса юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеү ҙур аҙым булды. Бер яҡтан, Рәсәй Президентының “май” указдары, милли проекттар ярҙамға килеүе, икенсе яҡтан, республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын һөҙөмтәле эшкә йүнәлтеү емеш бирҙе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә,

“беҙ ябай мәсьәләне хәл итәбеҙ – һаулыҡ һаҡлауҙы, тәүге ярҙамды, тәүге медицина тикшереүен мөмкин тиклем кешегә яҡынайтырға тейешбеҙ. Шуға күрә беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын әүҙем тергеҙәбеҙ”.

Бөгөн республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу ҙур темп менән дауам итә. Былтыр ғына ла ауылдарҙа 135 яңы модулле конструкция урынлаштырылды. ”Һанлы ФАП” проекты эшкә ҡушылды. Бөтә медицина пункттарының интернетҡа тоташтырылыуы фельдшерға медицина мәғлүмәт системаһын тулыһынса файҙаланырға ярҙам итә. Һәр медицина пункты ЭКГ аппараттары менән йыһазландырылған. Пациент Өфөнән йөҙәрләгән километр алыҫлыҡта йәшәүенә ҡарамаҫтан, электрон рецепт, ЭКГ мәғлүмәте, тар белгестәрҙән телемедицина консультацияһы алыу, “больничный” рәсмиләштереү мөмкинлегенә эйә. Элекке кеүек район үҙәгенә барып йөрөү кәрәкмәй.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу – тотош команда эше, ул участка бүлеүҙән башлана һәм һыу үткәреү, юл төҙөү, асыҡ мөхит булдырыу, муниципалитет менән бергәләп эште ойоштороу, лицензия алыу мәшәҡәттәре менән дауам итә”.

Республикабыҙҙың Рәсәй Федерацияһында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункнкттары һәм ауыл табиплыҡ амбулаториялары төҙөү һәм ремонтлау буйынса лидерлыҡты тотоуы ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалмай. Статистика был фактты раҫлай.

Былтыр Кушнаренко ауылында сменаһына 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиника сафҡа индерелде. Иркен һәм уңайлы бина заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителде, хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Республикала тағы ла алты поликлиника төҙөлә, улар йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән старт алған “Сәләмәтлек поездары” ла медицина ярҙамын ауылдарға яҡынайтыуға лайыҡлы өлөш индерҙе. Медицина комплекстары белгестәр менән бергә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн республиканың алыҫ райондарына сәфәргә сыға. Былтыр тағы ла стоматология һәм кардиология йүнәлеше буйынса ике яңы медицина комплексы алынды. Тимәк, эш кәмемәйәсәк, “тәгәрмәстәрҙәге дауаханалар” иртә яҙҙан көҙгә тиклем республиканы иңләйәсәк. Хәйер, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы эш сәфәрҙәрен башланы ла инде. Тәүгеһе февраль айында Раевка дауаханаһына ойошторолдо, артабан Белорет, Бишбүләк, Благовещен һәм башҡа райондарға сығыу планлаштырылған. Былтыр “Сәләмәтлек поездары” 170 пациентты ҡабул итте.

Милли проект бурыстары 100 процентҡа үтәлде

Былтыр өлгәшелгән иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе – сабыйҙар үлеме кәмеүе. Был күрһәткес – статистик күҙәтеү тарихында иң түбәне, алты йыл эсендә сабыйҙарҙың үлем күрһәткесе 40 процентҡа кәмегән. Уңышҡа килтергән ҡайһы бер эштәрҙе һанап үтәйек.

“Һаулыҡ һаҡлау”милли проектын тормошҡа ашырыуға 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 33,4 миллиард һум йүнәлтелде, шул иҫәптән, 21,9 миллиард һумы – федераль бюджеттан. Биш йыл эсендә 23 һаулыҡ һаҡлау объекты сафҡа индерелгән, 99-ы капиталь ремонтланған. Медицина ойошмаларына 12184 берәмек медицина ҡорамалы һәм 481 санитар автомобиле тапшырылған. Санитар авиация ярҙамында 682 пациент эвакуацияланған.

Һуңғы осорҙа башҡарылған эштәрҙе һанап бөтөүе лә ауыр. “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар”,”Етешмәгән белгеслектәр” программалары уңышлы тормошҡа ашырылды. Ауылдарға һәм халҡы 50 меңгә тиклем булған ҡалаларға 2012 йылдан килгән табиптар өсөн айырым программа эшләне. Ошо программалар 1861 медицина хеҙмәткәрен эшкә йәлеп итергә ярҙам итте.

Бынан тыш, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы уҡыу тураһында килешеүҙәр төҙөлдө, бюджет иҫәбенә медицина колледждарына ҡабул ителеүселәр һаны арттырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Нефтекамала, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Мәсәғүттә медицина колледждарының филиалдары асылды.

Рәсәй Хөкүмәтенең аналитик үҙәге оператив мониторингы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика 2024 йыл һөҙөмтәһе буйынса “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының бурыстарын 100 процентҡа үтәне һәм ул – ил төбәктәре араһында лидер!  

“Әгәр ҙә тәүге медицина ярҙамы буйынса республиканың заявкалары үтәлһә, был бик яҡшы буласаҡ. Әлеге ваҡытта алты районда алты поликлиника төҙөйбөҙ һәм быйыл уларҙы тапшырырға тейешбеҙ. Өҫтәүенә тағы бер ҙур төҙөлөш башланыуы һәм йыһазландырылыуы көтөлә. Онкология һәм гематология үҙәген асҡанда беҙ елек майын күсереп ултыртыу операцияларын табиптарыбыҙҙың башлап ебәреүен теләгәйнек. Быға өлгәштек. Был медицинала мөһим ваҡиға һәм уның өсөн табиптарға рәхмәт”,

– тип, Радий Хәбиров медицина өлкәһендә ҙур аҙымдар яһаған белгестәр хеҙмәтен юғары баһаланы.    

 Ҡатмарлы бурыстар хәл ителәсәк

 Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин быйыл тармаҡтағы бурыстарҙың һис кәмемәүен, киреһенсә, медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу,  пациенттарҙың дауаланыу һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу буйынса эштәрҙең артасағын билдәләне: “Яңы йылға беҙ илебеҙҙе һәр яҡлап үҫтерәсәк яңы милли проекттар менән аяҡ баҫтыҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ алдына мөһим бурыс ҡуйҙы: 2030 йылға республикала бер генә лә иҫке һәм авария хәлендәге медицина пункты булмаҫҡа тейеш. Ҡатмарлы һәм яуаплы бурыс, беҙ уны мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Яңы объекттар төҙөлөшө артабан дауам итәсәк, автотранспорт һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу өҫтөндә лә эшләйәсәкбеҙ”. 

Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау эшмәкәрлеге – даими хәстәрлек һәм финанс сығымдары талап иткән үтә мәшәҡәтле киң тармаҡ. Был өлкәлә хәл итәһе мәьәләләр етерлек. Ошо йәһәттән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшеваның  халыҡты ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр буйынса фекерен уҡыусыларыбыҙға еткерәйек: ”Бөгөн беҙ дарыуҙар менән тәьмин итеүгә иғтибар бирәбеҙ. Хәл итәһе мәсьәләләр күплеген аңлайбыҙ, беләһегеҙ, Рәсәйгә ҡаршы 20 меңдән ашыу санкция ҡабул ителгән. Ауыр социаль әһәмиәтле ауырыуҙар – онкология, кардиология, эндокринология сирҙәрендә дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе һаҡлау мөһим. Тағы бер мөһим мәсьәлә – медицина кадрҙарын әҙерләү. Бында ла федераль үҙәк һәм Финанс, Юғары мәктәп министрлыҡтарының ярҙамы кәрәк. Мин комитетта Башҡортостандағы “Сәләмәтлек поездары”ның эшен һөйләнем. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2019 йылда эш башлаған “Сәләмәтлек поездары” алты йыл эсендә бөтә биләмәләрҙе үтте, ауыл халҡының 75 проценты тәүге медицина ярҙамын алды, тикшереүҙәр үтте. Бына был эште бөтә төбәктәргә таратырға кәрәк. 2025 йыл республикабыҙҙа Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы” тип иғлан ителде. Бик ҙур ярҙам талап ителә. Ғаиләләргә медикаменттар терапияһы, шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыу һәм башҡа дауа саралары... Был мәсьәләләр хаҡында Дәүләт Думаһы комитетында фекер алышасаҡбыҙ”.

Эксперт фекере:

Рауил ХӘЛФИН, Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе:

– Барыһынан да бигерәк шуны билдәләргә кәрәк: башта уҡ иғтибар ауыл ерҙәрендә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына – поликлиникаларға, фельдшер-акушерлыҡ пункттарына, ауыл табиплыҡ амбулаторияларына йүнәлтелде. Республиканың ҙур биләмәһен  һәм ауыл халҡының ҙур өлөшөн иҫәпкә алғанда, был дөрөҫ ҡарар булды. Медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеге мөһим аспект булып тора.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин:

– 2025 йылдан “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты старт алды. Бюджеты 714,9 миллион һум тәшкил итә. Уға ярашлы, дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы төҙөү  һәм үҙәк район дауаханаларында яңы һигеҙ консультация үҙәге асыу планлаштырыла. Маҡсат – халыҡтың репродуктив потенциалын һаҡлау һәм тыуымды арттырыу.

Динә Арыҫланова.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас