Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
21 Февраль 2025, 15:00

Был һөт ризығының файҙаһы ҙур

Көн һайын уны бер аҙ эскәндә, йөрәккә бәйле проблемалар 15-20 процентҡа кәмей, тиҙәр

Был һөт ризығының файҙаһы ҙур
Был һөт ризығының файҙаһы ҙур

Һәр көн туҡланыу рационының төрлө аҙыҡ-түлек менән байытылған булыуы мөһим, сөнки уларҙың һәр береһе һаулыҡ өсөн мөһим төрлө витаминдарға, микроэлементтарға, минералдарға һәм башҡаларға бай.

Һөт, мәҫәлән, ғүмерҙе оҙайтып ҡына ҡалмай, сәләмәтлекте лә нығыта. Көн һайын уны бер аҙ эскәндә, йөрәккә бәйле проблемалар 15-20 процентҡа кәмей. Һөт эсемлектәренә килгәндә, био-кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар ашҡаҙан-эсәк юлдарын “яҡшы” бактериялар менән байыта.

Башҡортостанда өс йәшкә тиклемге балаларҙы, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, йыл һайын “Һөт кухняһы”нан файҙаланыусылар һаны күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрҙәре киңәйә.

Фото: БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас