Йөрәгеңдән сыҡҡан барлыҡ наҙыңды ғәзиз балаларыңа бүлеү, уларҙың ныҡлы сәләмәтлеге, бәхетле ғүмере, яҡты киләсәге тураһында хәстәрлек күреү, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торған тормошона шаһит булыу, быуындар сылбырын дауам иткән ейән-ейәнсәрҙәреңдең ҡыуаныслы мәшәҡәттәре менән ҡайнап йәшәү – тормошобоҙҙағы иң бәхетле мәлдәр. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы йомшаҡ тәбиғәтле, нәфис, хисле итеп яралтҡан һәм гүзәл зат вәкилдәренә донъялағы иң яуаплы, иң мөҡәддәс һәм иң мөһим бурысты – бала тәрбиәләүҙе йөкмәткән. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙ иңендә бихисап мәшәҡәттәр өйөлһә лә, улар иң тәү сиратта – әсәй һәм ғаилә усағын һаҡлаусы. Башҡортостанда иһә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген һаҡлау өсөн бихисап эштәр атҡарыла
Республикала ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген һаҡлау буйынса түбәндәге саралар ойошторола. Мәҫәлән:
* репродуктив диспансерлаштырыу;
* ЭКО һөҙөмтәләрен арттырыу маҡсатында уға әҙерлек системаһын камиллаштырыу;
* репродуктив һайлау ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарға консультациялар үткәреү;
* “Асыҡ бала табыу йорто” һәм “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” проекттары.
2025 йылда Башҡортостанда “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты старт алды. Уны тормошҡа ашырыуға 714,9 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 700,6 миллион һум ҡаралған. Аҡса дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын төҙөүгә, акушер-гинекологтарҙың кабинетын һигеҙ медицина ойошмаһындағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларына үҙгәртеп ҡороуға йүнәлтелә.
“Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты “Ғаилә” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда “Ғаилә” яңы милли проекты сиктәрендә ауыл райондарында һигеҙ ҡатын-ҡыҙ консультацияһы кабинетын асыу планлаштырыла. Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары Языково, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман һәм Үрге Тәтешле үҙәк район дауаханалары базаһында урынлашасаҡ. Был поликлиникалар составындағы медицина ойошмаларында акушер-гинеколог кабинеттар эшләйәсәк, әммә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус консультациялар булдырыу ҙа планлаштырыла. Һәр консультация заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ һәм үҙ эсенә ике акушер-гинеколог табип кабинетын, шулай уҡ ультратауыш диагностикаһы, медицина-социаль ярҙам һәм функциональ диагностика кабинеттарын аласаҡ.
Яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларын асыу ҡатын-ҡыҙҙарға медицина ярҙамының сифатын һәм уңайлылығын арттырыуға йүнәлтелгән, шулай уҡ тыуымдың артыуына булышлыҡ итергә тейеш.
“Ғаилә” милли проекты буйынса республикала өс перинаталь үҙәкте заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу күҙаллана.
Демография өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте халыҡты һаҡлау принциптарына нигеҙләнә. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, шулай уҡ граждандарҙың репродуктив сәләмәтлеген нығытыу яңы “Ғаилә” федераль проектының төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу программаһы алты йыл дауамында барасаҡ һәм 18 йәштән 49 йәшкә тиклемге өлкәндәрҙең 30 процентын тикшерергә мөмкинлек бирәсәк
Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә әсә һәм бала һаулығын һаҡлау буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу ҡаралды.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, Башҡортостанда 889419 бала йәшәй, уларҙың 90 проценттан ашыуы иҫкәртеү тикшереүҙәренә йәлеп ителгән.
Һаулыҡ һаҡлау министры йөклө ҡатындарҙың һәм бала табыу йәшендәге гүзәл зат вәкилдәренең һаулығын һаҡлау буйынса саралар араһында “Асыҡ бала табыу йорто” һәм “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” проекттарын, республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында хәүеф менән идара итеү үҙәге мөмкинлектәрен файҙаланып, өс кимәлле контроль, абортҡа тиклем консультация биреү, ЭКО-ға әҙерлек системаһын билдәләне.
“Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау – республикалағы социаль сәйәсәттең төп бурыстарының береһе”, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Рәсәй бюджеты параметрҙарын өс йылға тулыһынса билдәләгәс, республиканың беренсел медицина буйынса ниндәй заявкаларын ҡабул итеүен белербеҙ – беҙ үҙебеҙгә кәрәк булғандың барыһын да тапшырҙыҡ. Ғаризаларыбыҙ тулыһынса ҡәнәғәтләндерелһә, бик шәп буласаҡ, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Әле алты районда алты поликлиника төҙөйбөҙ, быйыл уларҙы файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ. Ә планда – ҙур төҙөлөштө дауам итеү һәм медицина учреждениеларын өҫтәп йыһазландырыуҙы дауам итеү.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхси башланғысы менән республикала демографик хәлде яҡшыртыуға бәйле күп саралар үткәрелә. Ошо саралар һөҙөмтәһендә республикала һуңғы биш йылда күп балалы ғаиләләр һаны 46 меңдән 59 меңгә етте, был күрһәткес буйынса беҙҙең төбәк Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе урынды биләй.
Башҡортостанда медицина йылдан-йыл юғары технологиялы, һәр кем файҙалана алырлыҡ һәм заманса була бара, камиллаша. Ошо мөмкинлектәрҙән файҙаланығыҙ: сәләмәтлек һәм ғүмер өсөн үтә ҡәҙерле ваҡытты һуҙмағыҙ, табипҡа тиҙерәк күренегеҙ, шул иҫәптән бала табыуҙы ла кисектермәгеҙ. Белгестәр әйтеүенсә, 35 йәштән һуң әсәй булыу мөмкинлеге кәмей, ә 40 йәштән һуң бигерәк тә. Шуға күрә заман медицинаһы мөмкинлектәрен файҙаланып өлгөрөгөҙ. Барлыҡ ғаиләләрҙә лә балаларҙың бәхетле тауышына күмелһен, һәр кемгә лә әсәй, атай булыу бәхете яҙһын! Сөнки әсә тирбәткән бишек – илебеҙ киләсәге, киләсәгебеҙ маяғы, йәшәү йәме.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
ФЕКЕРҘӘР:
Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры:
– Республикала ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген һаҡлау буйынса тормошҡа ашырылған саралар араһында һөҙөмтәле технологияларҙы билдәләргә кәрәк: репродуктив диспансерлаштырыу, ЭКО һөҙөмтәләрен арттырыу маҡсатында уга әҙерлек системаһын камиллаштырыу, репродуктив һайлау ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарға консультациялар үткәреү, “Асыҡ бала табыу йорто” һәм “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” проекттары.
Заһиҙә, Өфө ҡалаһы:
–Ирем менән өйләнешеп ике йыл йәшәгәс, табипҡа күренергә булдыҡ. Тормош иптәшемдең сирләүен асыҡланылар һәм, ваҡытты һуҙмай, ЭКО эшләргә кәрәклеге тураһында аңлаттылар. Әлбиттә, башта борсолдоҡ, дауахана тупһаһын да күп кенә тапарға тура килде. Әммә ирем менән икәүләп барлыҡ һынауҙарҙы еңә алдыҡ һәм хәҙер ғаиләбеҙҙә бына тигән ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Беҙ ҙә, өләсәйҙәр ҙә, олатайҙар ҙа һәм башҡалар – барыһы ла – ошо бәләкәсебеҙ эргәһендә өйрөлә. Ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын, башҡа ғаиләләргә лә әсәй-атай булырға яҙһын, республикала күрһәтелгән медицина ярҙамынан файҙаланһын.