Кеше тураһындағы хәстәрлектең мөһим бер өлөшө – диспансерлаштырыу
Рәсәйҙә 2013 йылдан халыҡты диспансерлаштырыу мотлаҡ медицина страховкалау системаһына индерелде. Йылдан- йыл сирҙәрҙе иҫкәртеү сараһынан файҙаланыусылар арта. Башҡортостан халҡы ла диспансерлаштырыуҙың мөһимлеген нығыраҡ аңлай һәм баһалай башлаған кеүек. Республика поликлиникаларында йыл әйләнәһендә халыҡты планға ярашлы диспансерлаштырыу дауам итә. Профилактика маҡсатында үткәрелгән был медицина тикшереүе төрлө сирҙәрҙе, хатта кеше үҙелә тоймаған һәм уйлап та бирмәгән ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.
2024 йылда Рәсәйҙә репродуктив сәләмәтлекте баһалау буйынса өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙың старт алыуы мөһим ваҡиға булды. Ул репродуктив потенциалды ваҡытында билдәләргә, асыҡланған сирҙәрҙе дауаларға, йөклөлөккә һәм сабый тыуыуына әҙерләнергә ярҙам итә. Репродуктив диспансерлаштырыуҙың беренсе этабын республикала 427 766 ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ үтте, тәүге тапҡыр асыҡланған сир осраҡтары 15 меңдән ашты. Махсус тикшереүҙе үткән халыҡтың 14 проценты сирҙәре асыҡланғандан һуң күҙәтеү аҫтына алынған һәм репродуктив функцияларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән махсус дауа ала.
Репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу программаһы алты йыл дауамында барасаҡ һәм 18 йәштән 49 йәшкә тиклемге өлкәндәрҙең 30 процентын тикшерергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғәриф һәм фән министрлыҡтарына, муниципалитеттар хакимиәттәренә хеҙмәтсәндәр һәм студенттар коллективтары араһында репродуктив диспансерлаштырыуҙы үткәреү буйынса көстө тупларға тәҡдим ителде. Демография өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте халыҡты һаҡлау принциптарына нигеҙләнә. Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау, шулай уҡ граждандарҙың репродуктив сәләмәтлеген нығытыу2025 йылдың 1 ғинуарынан эш башлаған яңы “Ғаилә” федераль проектының төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Ул илдәге демографик хәл һәм матди ярҙамдың етешмәүе менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
Республикала диспансерлаштырыу һәм иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә йоғошло булмаған күп сирҙәр асыҡланыуҙан тыш, граждандарҙың инвалид булып ҡалыу осраҡтары ла кәмейәсәк. Мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе учреждениелар сирҙе иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Әлбиттә, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығы өсөн социаль яуаплылыҡтың һәр кемдең иңендә ятыуын да онотмайыҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Кушнаренко районында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән яңы поликлиника менән танышыу ваҡытында диспансерлаштырыу барышына юҡҡа ғына тәү сиратта иғтибарын йүнәлтмәне, медицина тикшеренеүенең бөтә этаптары менән ентекләп ҡыҙыҡһынманы. Эштең ауыл халҡы өсөн уңайлы ойошторолоуын, тәүге медик-санитар ярҙамдың заманса стандарттарға яуап биреүен юғары баһалап, Радий Фәрит улы былай тип билдәләне: “Беренсенән, бында табиптар етерлек, тар белгестәрҙе лә иҫәпләгәндә. Йәш белгестәр ҙә эшләй. Икенсенән, диспансерлаштырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был, моғайын, кешеләр тураһындағы хәстәрлектең бер мөһим өлөшөлөр”.
Диспансерлаштырыу, ысынлап та, кеше тураһындағы ҙур хәстәрлек өлгөһө, оҙайлы һәм бәхетле ғүмер итеү нигеҙе. Уны тиҙерәк һәм һөҙөмтәле үтеү өсөн, һис шикһеҙ, яҡшы йыһазландырылған яңы заманса медицина учреждениелары кәрәк. Радий Хәбировтың әйтеүенсә, йүнәлеш билдәләнгән, быйыл тағы тәүге медицина звеноһын яңыртыу өсөн алты поликлиника төҙөләсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телеканал һәм радио станцияларының тура эфирында махсус хәрби операция ветерандарының Өфө поликлиникаларында диспансерлаштырыу үтеү тураһындағы һорауҙарына яуап биргәндә демобилизацияланыусылар һанының яйлап артыуы һәм баш ҡала поликлиникаларының был ағымды күтәрә алмау ихтималлығын күҙ уңында тотоп, райондарҙа яҡшы шарттар булыуын һәм артабан да дауалау шарттарының яҡшырасағын белдерҙе. “Хәҙер беҙ тәртипкә килтерелгән район поликлиникаларында диспансерлаштырыу үтеү өсөн уңайлы һәм һөнәри шарттар булдырыуҙан сығып эш итәбеҙ. Муниципалитеттарҙағы ҡайһы бер поликлиникалар хәҙер Өфөләгегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Тағы ла яңыларын төҙөйәсәкбеҙ”, – тип аңлатты Радий Хәбиров.
Диспансерлаштырыуҙы ҡулында Мотлаҡ медицина страховка полисы булған, 18 йәше тулған һәр граждан бушлай үтә ала. Был сара ике мөһим бурысты үтәй: беренсеһе – ҡан әйләнеше системаһы , яман шеш, шәкәр диабеты һәм хроник үпкә сирҙәрен иртә асыҡлау. Тап ошо патологиялар инвалидлыҡ һәм иртә үлем осраҡтарының сәбәбе булып тора. Икенсе бурыс – сирҙәрҙең төп хәүеф факторҙарын асыҡлау һәм уларға ҡаршы көрәшеү. Бында һүҙ юғары ҡан баҫымы, холестерин һәм глюкоза кимәле, насар ғәҙәттәр, һимеҙлек, аҙ хәрәкәтсәнлек тураһында бара. Өҫтәүенә диспансерлаштырыу үтеүселәргә түләүле ял көнө бирелә. Тәүге этапта ниндәйҙер сиргә шик килеп сыҡҡанда, диспансерлаштырыуҙың икенсе этабын үтергә, тар белгестәргә күренергә тура киләсәк. Шуға күрә, бер ниндәй ялыу һәм сир билдәләре булмаған хәлдә лә, диспансерлаштырыуҙы мотлаҡ үтергә кәрәк, ти табиптар. Был сараның маҡсаты – ауырыуҙарҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, тиҙ арала дауалау һәм артабан һау-сәләмәт булып, тормошҡа ҡыуанып, оҙон-оҙаҡ йәшәүгә булышлыҡ итеү.
Башҡортостанда диспансерлаштырыу көн һайын 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем, шәмбелә 16.00 сәғәткәсә уҙғарыла. Медицина тикшереүе үтергә ваҡыт етеүе хаҡында үҙегеҙ беркетелгән поликлиниканан йәки страховкалау компанияһынан смс-хәбәр киләсәк. Әгәр яҡын арала диспансерлаштырыу үтергә теләйһегеҙ икән, үҙегеҙ теркәү бүлегенә шылтыратып яҙылығыҙ. Барлыҡ тикшеренеүҙәрҙе үткәндән һуң табиптар диагноз ҡуя, дауалау алымдары тәҡдим итә һәм һаулыҡ төркөмөн билдәләй. Тикшереү һөҙөмтәләренә бәйле барлыҡ мәғлүмәт Һаулыҡ паспортына индерелә.
2024 йылда үткәрелгән диспансерлаштырыу һөҙөмтәһе нимә күрһәтте? Һандар менән танышҡандан һуң күп кенә кешеләрҙең сәләмәтлегендә етди проблемалар асыҡланыуын күрәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 402 меңдән ашыу кешелә тәү тапҡыр асыҡланған сирҙәр табылған. Диспансерлаштырыу ваҡытында 1,9 миллиондан ашыу өлкән кеше тикшереү үткән. 355 мең кеше диспансер иҫәбенә ҡуйылған. Тимәк, улар даими табип күҙәтеүендә булырға тейеш. Иң киң таралған ауырыуҙар иҫәбендә – йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу, шәкәр диабеты һәм онкология сирҙәре. Бындай һөҙөмтәнән һуң диспансерлаштырыуҙың ни тиклем мөһимлеге тураһында артыҡ иҫкә төшөрөүҙең кәрәге юҡтыр ҙа кеүек. Тап даими тикшереү һөҙөмтәһендә сирҙәрҙе иртә асыҡлап, яҡшы дауаларға, һауығыу мөмкинлеген арттырырға, өҙлөгөүҙәрҙе кәметергә һәм тормош сифатын яҡшыртырға мөмкин.
Эксперт фекере
Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры:
“Диспансер күҙәтеүен эш урындарында үтеүселәр һаны йыл һайын арта. 2024 йылда Башҡортостанда эшләүсе халыҡтың һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер нисә башланғыс тормошҡа ашырылды. Был өлкәләге яңылыҡтарҙың береһе – Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы базаһында Сәнәғәт медицинаһы үҙәген асыу. Үҙәк ҙур сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында профилактик медицина тикшереүҙәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн булдырылды.
Ул эш һөҙөмтәлелеген иҫбатланы ла инде. Пациенттар диспансер иҫәбенә алынған тейешле дауалау саралары менән тәьмин ителә. Иҫкәртеү сараларын киңәйтеү өсөн алты күсмә медицина комплексы һатып алынған. Улар тикшереүҙәрҙе предприятиеларҙа үткәреү мөмкинлеген бирә. Бынан тыш, Башҡортостанда Хеҙмәтсәндәрҙең һаулығын нығытыу компетенциялары үҙәге булдырылды. Бөгөн 134 корпоратив программа эшләй”.
Римма ҮТӘШЕВА, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
“Диспансерлаштырыу сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн кәрәкле медицина саралары комплексын эсенә ала.18 йәштән 40 йәшкә тиклемге кешеләр өс йылға бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтергә тейеш, ә ҡырҡтан өлкәнерәктәр – йыл һайын. Ковидтан һуң үҙәк һәм периферия нервы системаһы сирҙәре лә артты. Былтыр программаға репродуктив сәләмәтлекте тикшереүҙе лә ҡуштылар. Шуға күрә диспансерлаштырыуҙа барығыҙҙы ла әүҙем ҡатнашырға саҡырам”.
Өҫтәге фотола Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында эш башлаған табиплыҡ амбулаторияһының медицина хеҙмәткәрҙәрен күрәһегеҙ, улар пациенттарын көтә! (Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте фотоһы).
Түбәндәге һүрәттәрҙә һеҙ Раевка район дауаханаһының Аксен амбулаторияһында ауыл халҡының Күсмә сәләмәтлек үҙәктәрендә медицина тикшереүе үтеүен күрәһегеҙ.
Динә Арыҫланова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.