Өйҙән алыҫ китмәйенсә лә дауаланып була
Башҡортостанда тәү тапҡыр балаларға елек майын күсереп ултыртыу операцияһы былтыр йәй миҙгелендә яһалды. Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә сабыйын дауалаған әсәләрҙең береһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ҡатмарлы әмәлиәттәрҙе Өфөлә үткәреү мөмкинлеге тыуҙырғандары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Ысынлап та, был юғары технологиялы үҙәктең төҙөлөүе – республика өсөн көтөп алынған мөһим ҡаҙаныш. Элек бындай операциялар бары Мәскәү клиникаларында яһалды. Үҙәктә беренсе операцияны үткәреүҙә Дмитрий Рогачев исемендәге Балалар гематология, онкология һәм иммунологияһы милли медицина тикшереү үҙәге белгестәре ярҙам итте. Хәҙер Башҡортостан табиптары ла байтаҡ тәжрибә тупларға, квалификацияларын күтәрергә өлгөрҙө. Үҙәктең бөтә балалар онкологтары һәм гематологтары профилле федераль үҙәктәрҙә белем алды, Англия, Швейцария үҙәктәрендә стажировка үтте.
Республикала йыл һайын яңы тыуған сабыйҙарҙан 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙә 130-ға яҡын яман шеш сирҙәре асыҡлана. Улар араһында лейкемия, үҙәк нервы системаһы шештәре, лимфомалар йыш осрай. Яҡшы дауалағанда ауырыуҙарҙың 85 проценты һауыға.
Былтыр республиканың һаулыҡ һаҡлау тармағында ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиғаға шаһит булдыҡ: Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында Балалар онкология һәм гематологияһы үҙәге асылды. Бөгөн ул – махсуслаштырылған, юғары технологиялы, уңайлы шарттар тыуҙырылған клиника. Уның асылыуы менән онкология сирҙәренә дусар пациенттарға юғары технологиялы ярҙам күләме, федераль үҙәктәр менән үткәрелгән телемедицина консультациялары һаны ла, елек майын күсереп ултыртыу әмәлиәттәре лә артты. Хәҙер унда диагностиканың бығаса ҡулланылмаған заманса технологиялары, яңы дауалау ысулдары, шештәрҙе, иммунодефициттарҙы дарыуҙар менән һауыҡтырыуҙың өр-яңы ғәмәлдәре индерелгән.
“Ғөмүмән, был үҙәк - һаулыҡ һаҡлауҙың бик оҙаҡ көтөп алынған объекттарының береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар ауырый – ҡайһы саҡта бик ҡаты ауырый. Шуға күрә беҙ Башҡортостанда дауалау өсөн дә, йәшәү өсөн дә иң яҡшы шарттар булыуын теләнек. Хәҙер ул, ысынлап та, иң юғары технологиялы объекттарҙың береһе. Бында үҙенсәлекле диагностика, лаборатор база бар, – тип билдәләгәйне Радий Хәбиров яңы үҙәкте асыу тантанаһында.
Үҙәктә химия терапияһы, таргет терапияһы, иммунотерапия, нур терапияһы, хирургия юлы менән дауалау ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта айырым дауалау препараттары элек дауалап булмаған сир төрҙәренә дусар пациенттарҙың хәлен яҡшыртыуҙа уңышлы файҙаланыла. Киләсәктә препараттарҙың был класына ҙур иғтибар биреләсәк. Баш, арҡа мейеһе, терәк-хәрәкәт аппараты шештәренә ашығыс, планлы хирургия әмәлиәттәренең күпселеге хәҙер Республика балалар клиник дауаханаһында үткәрелә. Үҙәк башҡа төбәктәрҙән дә пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Өҫтәүенә шештәр үҫешенә сәбәпсе булыуы ихтимал һирәк осраусы генетик синдромдарҙы диагностикалау һәм дауалау ҙа мөмкин.
Үҙәктең тиҙ арала төҙөлөп сафҡа индерелеүен дә билдәләргә кәрәк. 17,7 мең квадрат метр майҙанды тәшкил иткән ете ҡатлы бина 92 урынға иҫәпләнгән. Беҙҙең республика өсөн үҙәктә тәү тапҡыр алты урынға иҫәпләнгән елек майы трансплантацияһы, үҙенең криобанкы булған елек майын һәм беренсел күҙәнәктәрҙе эшкәртеү һәм һаҡлау бүлексәләре ойошторолоуы үҙенсәлекле ваҡиға булды. Бынан тыш, яман шештәр рәтенә инмәгән ҡан системаһы сирҙәренең төрлө варианттарына, иммун тайпылыштары һәм иммун дефициттарына дусар пациенттар ҙа дауалана ала. Үҙәктә ауырыуҙар һәм ата-әсәләр өсөн бик яҡшы шарттар булдырылған. Айырым бүлмәлә йәшәргә, йоҡларға, бала менән бергә туҡланырға мөмкин. Балаларға “Уҡыйбыҙ. Беләбеҙ” тип аталған мәктәптә белем алыу мөмкинлеге тыуҙырылған.
Башҡортостанда йәшәгән урында тейешле медицина ярҙамы алыу өсөн “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ( 2025 йылдан “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты) “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһы ла ҙур ярҙам күрһәтә. Күп профилле 13 медицина учреждениеһы базаһында ойошторолған Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәренә 2019 йылдан алып 905 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Республикала “Салют” балалар реабилитация комплексының асылыуы кескәйҙәрҙең һаулығын хәстәрләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә, быйыл 1770 баланы реабилитациялау күҙ уңында тотола. Шулай уҡ республикала балалар өсөн махсуслаштырылған һигеҙ медицина үҙәге булыуын да онотмайыҡ, улар генетик дерматоздар, орфан, менталь сәләмәтлек һәм паллиатив ярҙам йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлауҙағы ҡаҙаныштарын юғары баһаланы. “Балаларҙың сәләмәтлегенә ҡағылған эш – был изге бурыс. Шуға күрә был йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ, һис шикһеҙ. Һеҙҙә үлем кимәле уртаса Рәсәй кимәле менән сағыштырғанда түбәнерәк булыуы – яҡшы күрһәткес”, – тип билдәләне дәүләт етәксеһе.
Бынан ике йыл элек Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы федераль үҙәктәр Башҡортостан балаларын 320 тапҡыр ҡабул итһә, хәҙер заманса дауа алыу өсөн алыҫ ҡалаларға йөрөргә кәрәкмәйәсәк.
Эксперт фекере
Айрат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры:
“Төҙөргә булғас, шунда уҡ яҡшы итеп төҙөргә кәрәк. Проекттың ҡатмарлығы шунда, ул әҙер өлгө буйынса тормошҡа ашырылманы. Үҙәк инновацион һәм заманса булһын өсөн алға ҡараш ташлау мөһим ине. Федераль үҙәктәге хеҙмәттәштәребеҙ бындай ҡарашты хупланы. Дима Рогачев исемендәге Балалар гематология, онкология һәм иммунология милли медицина тикшеренеү үҙәге президенты, академик Александр Румянцев үҙәкте асыуҙа ҡатнашты һәм бөгөн уның төбәктәге иң яҡшы онкология үҙәге икәнен билдәләне”.
Людмила СЕМАВИНА, Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы:
“Был объект беҙҙең кескәй пациенттарыбыҙ һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн яҡшы бүләк булды. Үҙәктә пациенттар өсөн генә түгел, уларҙың ата-әсәһе өсөн дә уңайлы шарттар тормошҡа ашырылды. Был дауаланған балалар өсөн мөһим. Бынан тыш, диагностика һәм дауалау технологияларын үҫтерергә ярҙам итеүсе ҡорамалдар ҡуйылған. Онкология сирҙәренә дусар балалар – пациенттарҙың иң ауыр һәм етди категорияларының береһе. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең белгестәр, онкологтар һәм гематологтар күҙәтеүе аҫтында меңгә яҡын бала тора. Уларҙың бөтәһе лә федераль үҙәктәрҙә референс-диагностика үтте. Тәүлек әйләнәһенә консультация биреү мөмкинлеге беҙгә, илебеҙҙең баш ҡалаһынан алыҫ булһаҡ та, балаларға сифатлы ярҙам күрһәтергә булыша. Иң мөһиме, балаларға, өйҙән алыҫ китмәйенсә, тейешле дауа алыу мөмкинлеге бар”.
Римма Үтәшева, Дәүләт Думаһы депутаты:
“Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тырышлығы менән республика ҙур тарихи ваҡиға кисерҙе. Һаулыҡ һаҡлау тармағына ярҙам саралары, һис һүҙһеҙ, үҙенсәлекле. Һуңғы биш йылда республикала ундан ашыу тәүге звено объектттары асылды. Медицинаға хәҙерге инвестициялар иртәгәһе сәләмәт республиканы гарантиялай”.
Олег Яровиков фотолары.