Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
27 Февраль 2025, 19:00

Күҙ үткерлеген һаҡлап була

Уның өсөн ниндәй ҡағиҙәләр үтәргә, ниндәй витаминдар эсергә кәрәк? Белгес кәңәшенә күҙ һалайыҡ 

Күҙ үткерлеген һаҡлап була
Күҙ үткерлеген һаҡлап була

Һуңғы ваҡытта күҙҙәргә ҙур көсөргәнеш төшөүе билдәле. Көндәлек тормошобоҙҙағы ғәҙәткә әүерелгән телевизор ҡарауға башҡа цивилизация яңылыҡтары – һанлы технологиялар ҡушыла. Кешеләр күп ваҡыттарын компьютер, ноутбук, смартфондар артында үткәрә. Быларҙың барыһы ла күҙ сәләмәтлегенә кире йоғонто яһай. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш офтальмологы, 8-се ҡала клиник дауаханаһының 2-се микрохирургия бүлексәһе мөдире Светлана Зәйнуллина күҙ үткерлеген һаҡлау тураһында кәңәштәре менән уртаҡлашты.

– Күҙҙәргә насар тәьҫир иткән төп сәбәптәрҙе һанап үтһәгеҙ ине.

– Күҙ күреүенә кире йоғонто яһаған факторҙар бик күп. Шуларҙың береһе – эш урынының насар яҡтыртылыуы. Икенсеһе – алкоголле эсемлектәр ҡулланыу һәм тәмәке тартыу. Спирт күҙҙәге ҡан әйләнешенә кире тәьҫир итә, конъюктивит, тромбоз, катаракта сирҙәренә килтереүе ихтимал. Өсөнсөнән, компьютер, планшет, смартфон артында даими оҙаҡ ултырыу күҙҙәрҙең арыуына һәм ҡоро күҙ синдромына  килтерә. Дүртенсенән, йоҡо туймау һөҙөмтәһендә күҙ туҡымаларының ҡан менән тәьмин ителеше боҙола. Стресс гормоны (кортизол) артыуы ҡоро күҙҙәр синдромына килтереүе мөмкин. Бишенсенән, дөрөҫ туҡланмау  ҙа кире йоғонто яһай. Омега-3 һәм А витаминының етешмәүе күҙ сирҙәре үҫешенә хәүеф тыуҙыра. Алтынсынан, иретеп йәбештереү, шымартыу эштәрен үтәгәндә, балта-сүкеш, төрлө эш ҡоралдары менән эш иткәндә хәүефһеҙлек техникаһын теүәл үтәү мөһим. Йәрәхәт алмау өсөн һаҡлаусы күҙлек кейеү мотлаҡ. Етенсенән, стрестың күреү сифатын кәметеүе ихтимал.

– Күҙҙәрҙе һаҡлау өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәү мөһим?

– Улар бик ябай: йоҡо режимын күҙәтеү, һыу балансын тотоу, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу, уңайлы эш урыны булдырыу, гаджеттар ҡулланыуҙы сикләү, физкультура менән шөғөлләнеү, компьютер артында ултырғанда тәнәфес яһау.

– Ә ниндәй витаминдар һәм минералдар күҙҙәр өсөн файҙалы?

– А витамины күҙ мөгөҙсәһен нығыта һәм фоторецепторҙар өсөн файҙалы. Әммә уның артыҡлығы ла хәүефле, депрессив хәлгә юлыҡтырыуы ихтимал. В1 витамины йәки тиамин нервы туҡымаһы функцияһына һәм импульстар тапшырылыуына ыңғай йоғонто яһай. Тиамин шулай уҡ күҙ эсе баҫымын кәметә, глаукома үҫешенә ҡаршы тора.

В2 йәки рибофлавин матдәләр алмашыныуында ҡатнаша, күҙ рецепторҙары өсөн бик кәрәк. Ул күҙҙәге селтәрле шекәрәне ультрафиолет нурҙарынан һаҡлай. Был витамин етешмәгәндә конъюнктивит барлыҡҡа килеүе һәм күҙҙең яҡтылыҡтан ауыртыуы  ихтимал. В2 һәм А витаминдары ҡан әйләнешен яҡшырта һәм күҙ туҡымаларын туҡландыра. В6 йәки цианокобаламин күҙ нервыларын тергеҙә, күҙ яҫмығына ыңғай тәьҫир итә. С витамины йәки аскорбин кислотаһы ҡан тамырҙарында ҡан әйләнешен яҡшырта, әсеү барышын түбәнәйтә. Е витамины антиоксидант үҙенсәлегенә эйә, ирекле радикалдарҙың емергес тәьҫирен иҫкәртә, ҡан тамырҙарын нығыта. Лютеин көслө антиоксидант булып тора, тамырҙарҙы зарарланыуҙан һаҡлай, ҡартайыу үҙгәрештәрен аҡрынайта, күҙ үткерлеген һаҡлай.

 – Күҙҙәргә көсөргәнеште нисек кәметергә?

– Иң мөһиме, яҡтылыҡ етерлек булһын. Ятҡан килеш уҡығанда баш мейеһенә кислород килеүе аҙая. Арҡа һөйәгенең дөрөҫ ятмауы ҡан әйләнешен боҙа.  Ултырып уҡырға кәрәк. Аяҡтар иҙәндә тигеҙ торорға, тубыҡтар 90 градус мөйөш менән бөгөлөргә тейеш. Китап күҙҙәрҙән 30-45 сантиметр алыҫлыҡта торһон. Һәр 20-30 минут һайын бер-ике минут китаптан айырылып, ял итегеҙ.  Телевизор ҡарауҙа ла ҡағиҙәләр бар. Экран менән ара ике метрҙан да кәм булмаһын. Ҡараңғыла телевизор ҡарарға кәңәш ителмәй, ваҡыты менән ял итеп алығыҙ.

Күптәргә көнө буйы компьютер артында эшләргә тура килә. Өлкәндәргә алты сәғәттән дә артыҡ монитор алдында ултырыу тәҡдим ителмәй, ә балалар өс сәғәттән дә ашыу компьютер төбөндә ултырырға тейеш түгел. Монитор ҡул һуҙымындағы арала күҙ кимәленән ун сантиметрға юғарыраҡ торһон. 20 минут һайын тәнәфес эшләргә онотмағыҙ. Мониторға текләп ултырғанда күҙҙәрегеҙҙе йыш-йыш йомғолап алығыҙ. Махсус күҙлек кейергә  мөмкин.

– Күптәр машина йөрөткәндә күҙҙәре арыуына зарлана...

 – Тәү сиратта күҙ алдындағы иғтибарҙы ситкә йүнәлтеүсе  ваҡ предметтарҙы алып ҡуйығыҙ. Күреүҙә проблемалары булған водителдәр махсус күҙлектәр кейә ала. Сағыу яҡтылыҡтан һаҡлаусы, ә ҡараңғыла махсус яҡтыртыу үҙенсәлегенә эйә күҙлектәр ҙә бар. Күҙҙәр үткерлеген оло йәшкә еткәнсегә тиклем һаҡларға мөмкин, ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға, ваҡытында табипҡа күренергә, тейешле дауа алырға кәрәк.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас