Башҡортостанда “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙ консультацияһы” һәм “Асыҡ бала табыу йорто” проекттары ғәмәлдә. Быйылдан тағы “Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау” төбәк проекты тормошҡа ашырыла башланы. Уларҙың төп маҡсаттары – ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында һәм бала табыу йорттарында гүзәл зат вәкилдәре өсөн уңайлы шарттар булдырыу, йөклө ҡатындарға хеҙмәт күрһәтеү йәһәтенән юғары кимәлгә эйә медицина ойошмалары менән таныштырыу һәм бындай статусҡа эйә булмаған ошондай ойошмаларҙы ҡеүәтләү.
Барыһы ла гүзәл зат вәкилдәренең һаулығы өсөн
Был ғәмәлдәрҙең бөтәһе лә хеҙмәт өсөн награда ғына түгел, артабан да тәжрибә туплау, ҡатын-ҡыҙҙарға күрһәтелгән медицина хеҙмәттәрен тағы камиллаштырыу, күтәреү өсөн дәрт-көс сығанағы.
“Дүрт миллион халҡы булған республикабыҙ өсөн был тема айырыуса әһәмиәтле, сөнки төбәктәге халыҡтың өстән күберәге ауыл ерендә йәшәй. Райондар буйлап йөрөй башлағас, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ниндәй экзотик биналарҙа урынлашыуын күрҙем. Ә улар беҙҙә – 1960, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Шуға күрә үҙебеҙгә иҫке фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу мәсьәләһен ҡуйҙыҡ. Һәм беҙ Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға беренсе звеноны комплекслы заманлаштырыу программаһына башланғыс һалғанына рәхмәтлебеҙ”.
Эйе, һуңғы йылдарҙа республикабыҙ һаулыҡ һаҡлау тармағына айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә төрлө эштәр атҡарыла, бихисап проекттар тормошҡа ашырыла. Уларҙың барыһы ла тармаҡтың яңыртылыуына, медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен баһалау-дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Мәҫәлән, “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙ консультацияһы” конкурсы белгестәре, нигеҙҙә, медицина биналарын, ҡорамалдарҙы ҡарай, баһалай һәм һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының хеҙмәткәрҙәре менән аралаша. Улар медицина хеҙмәттәренең сифатын һәм уларҙан файҙалана алыу мөмкинлектәрен, шулай уҡ медицина ярҙамы стандарттарын күҙәтеүҙе баһалай.
“Беҙ Башҡортостанда асыҡ һәм хәстәрлекле бала табыу йортон булдырырға теләйбеҙ. Был юғары сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеүҙе генә аңлатмай, шулай уҡ йылылыҡ һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам мөхите булдырырға теләйбеҙ”, – тип белдергәйне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "СОГАЗ-Мед" страховка компанияһының Өфө филиалы директоры Диана Фәрәхова.
Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ауылда йәшәүсе гүзәл зат вәкилдәренең медицина хеҙмәттәренән файҙаланыуы өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бындағы медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары компетентлылыҡ хас һәм пациенттарға иғтибарлы ҡараш булдырылған. Ошо күрһәткестәр өсөн былтыр Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙ консультацияһы” тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булды. Шулай итеп, был ойошма – ошондай юғары статус алған беренсе ауыл дауаханаһы. Ошо сәбәпле, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һорауы буйынса, Стәрлебаш дауаханаһында акушерлыҡ һәм гинекология хеҙмәтенә арналған семинар үткәрелгән ине. Сарала ҡатнашыусылар урындағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында, өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһында булды. Өфөнән лекторҙар акушер-гинекологтар, терапевтар өсөн лекциялар уҡыны.
Тәүгеләрҙән булып ҙур баһаға лайыҡ булдылар
Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы акушер-гинекологы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Гөлсимә Рәжәп ҡыҙы Иҙрисованың һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләүенә – 47 йыл. Ярты быуатҡа яҡын ғүмерен ул кешеләргә медицина ярҙамын күрһәтеүгә арнаған. Уның фиҙакәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән баһаланған. Башҡортостан дәүләт медицина институтында белем алғандан һуң йүнәлтмә буйынса Стәрлебаш районына эшкә килгән белгес сығышы менән Стәрлетамаҡ районынан.
– Райондағы 16 мең кешенең туғыҙ меңе – ҡатын-ҡыҙҙар. Уларҙың 2 мең 700-ө – бала табыу йәшендә. Әле район буйынса 62 йөклө ҡатын бар, – тип һөйләне Гөлсинә Рәжәп ҡыҙы. – Беҙгә мөрәжәғәт иткән һәр гүзәл зат вәкиле тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ. Уларҙы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына килгәс үк музыка менән ҡаршылайбыҙ, бахилла һалынған, кәрәк икән, шунда уҡ һыу бар. Уларҙың сиратта тормауын хәстәрләйбеҙ.
Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына ингәс үк күҙгә бөхтәлек, таҙалыҡ һәм һәр нәмәнең зауыҡ менән атҡарылыуы күҙгә салына. Медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡулдары менән ошондай матурлыҡты тыуҙырған, хатта төрлө һүрәттәр төшөрөлгән. Был заманса һәм уңайлы мөхит хеҙмәт күрһәткестәренә лә ыңғай тәьҫир итмәй ҡалмай, әлбиттә. Һөҙөмтәлә 1997 йылдан Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында әсәйҙәрҙең ғүмере өҙөлөү осраҡтары теркәлмәгән, өс йыл сабыйҙарҙың үлеү осрағы булмаған.
– Беҙгә мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарға телефон һандарыбыҙҙы бирәбеҙ һәм улар тәүлектең теләһә ҡайһ ваҡытында беҙҙең менән бәйләнешкә сыға ала. Үҙем дә, кәрәк икән, һәр ваҡыт киләм һәм медицина ярҙамы күрһәтәм, – ти акушер-гинеколог.
Стәрлебаш районында барлығы 17, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында дүрт акушер эшләй. Медицина тармағында 24 йыл эшләгән Эльмира Рафиҡова йөклө ҡатындарҙы ҡарай, уларҙың сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Гөлсәсәк Сафиуллина – смотровой кабинет акушеры. Уның хеҙмәт стажы – 25 йылдан ашыу. Юғары квалификациялы табип медицина психологы булып та эшләй. 16 йыл хеҙмәт стажы булған Гөлназ Мөхәмәтшина гинекологик сирлеләрҙе дауалай. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Ғәлиә Таипова, Стәрлебаш фельдшер-акушерлыҡ пункттарына сығып, пациенттарҙы ҡабул итә. Ғәлиә Рауил ҡыҙының медицина тармағында эшләүенә 40 йыл тулып уҙған. Гөлүзә Шәрипова стационарҙа пациенттарҙы ҡабул итә. 34 йыл эшләү дәүерендә бай тәжрибә туплаған. Бындағы акушерҙарҙың барыһы ла юғары категориялы.
Әйткәндәй, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Александр Иванович Юдин – үҙе акушер-гинеколог, хирург. Стәрлетамаҡта бүлексә мөдире, Күмертауҙа баш табип булып эшләгән.
– Үҙебеҙҙә барлыҡ, шул иҫәптән юғары технологиялы операцияларҙы эшләйбеҙ, – ти Гөлсинә Иҙрисова. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта, күп кенә ерҙә кеүек, һөт биҙҙәре, аналыҡ яман шештәре йыш теркәлә.
Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында сирҙәрҙе башланғыс стадияһында асыҡларға тырышалар һәм ошондай ауырыуҙарҙың теркәлмәүе өсөн иҫкәртеү, медицина тикшереүе эшен алып баралар. Әммә һәр сирҙе дауалағансы уны иҫкаәртеү күпкә яҡшыраҡ, шуға күрә һәммәһенең дә сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡараш булдырыуы мөһим.
Айһылыу НИЗАМОВА.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: акушерҙар Гөлсәсәк Зарипова, Гөлназ Мөхәмәтшина һәм акушер-гинеколог Гөлсимә Иҙрисова; акушер Эльмира Рафиҡова эш ваҡытында; Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙ консультацияһынан күренештәр.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Стәрлебаш районы.
ФЕКЕР:
Гөлсинә ИҘРИСОВА, Стәрлебаш ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы акушер-гинекологы:
– Йыл һайын ҡатын-ҡыҙҙар онкологик тикшереү үтһен, эшләгән гүзәл зат вәкилдәре лә табиптарға күренһен. Кәрәк икән, маммография, УЗИ үтергә, анализдарҙы тапшырыға ҡушабыҙ. Репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу ойошторола.
Йөклөлөктө иһә алдан планлаштырырға кәрәк, ниндәйҙер сирҙәр бар икән, уларҙы дауалау зарур. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар төрлө инфекцияларҙан һаҡланһын.
Табиптар белдереүенсә...
Яман шештең үҫеү хәүефен арттырыусы сәбәптәр:
* иртә һәм тәртипһеҙ енси бәйләнештәр;
*эрозив процестар;
*енси юл менән тапшырылыусы йоғошло ауырыуҙар (бигерәк тә кеше папилломаһы вирусы ла өҫтәлһә);
*күп һанлы йөклөлөктәр (бала тыуҙырыу менән йәки аборттар менән тамамланыусы);
*ораль контрацептивтарҙы оҙаҡ ваҡыт һәм контролһеҙ ҡулланыу;
*түбәнәйгән иммунитет;
*насар ғәҙәттәр (бигерәк тә тәмәке тартыу);
*нәҫелдән был сиргә бирешеүсәнлек.