Сәләмәт булайыҡ
28 Февраль 2025, 15:00

Сәсте салланыуҙан туҡтатып була

Тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. Әйҙәгеҙ, ябай һәм һөҙөмтәле рецепт ярҙамында матурланып алайыҡ.

Сәсте салланыуҙан туҡтатып булаСәсте салланыуҙан туҡтатып була
Сәсте салланыуҙан туҡтатып була

Тиҙҙән ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. Әйҙәгеҙ, ябай һәм һөҙөмтәле рецепт ярҙамында матурланып алайыҡ.

Сара ябай ғына, өйҙә булған ингредиенттарҙан тора.

Беҙгә кәрәк:

бер ҡалаҡ бал

бер ҡалаҡ кастор майы

бер ҡалаҡ коньяк

бер сей йомортҡаның һарыһы.

Ҡулланыу

Ошо ингредиенттарҙы бергә ҡушып, яҡшылап болғатҡас, сәс төптәренә биш минут тирәһе һөртәбеҙ.

Башты пленка менән ҡаплап бәйләп, өҫтәнән шапочка кейәбеҙ.

2-3 сәғәттән һуң шампунь менән йыуып төшөрәбеҙ.

Сәләмәт булайыҡ!

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас