Сәләмәт булайыҡ
1 Март 2025, 08:00

Ураҙаға буҙа әҙерләйек

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә инәй Иҫәндәүләтова үҙенең буҙа әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша. 

Ураҙаға буҙа әҙерләйекУраҙаға буҙа әҙерләйек
Ураҙаға буҙа әҙерләйек

Буҙа - халҡыбыҙҙың яратып ҡулланған милли эсемлектәренең береһе. Уны күптән инде һәр ауылдың иң оҫта ҡатын-ҡыҙҙары ҡоя, кемдер сәләмәтлеге буйынса уны ҡулланһа, икенселәре һатыуға ла етештерә.

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә инәй Иҫәндәүләтова үҙенең буҙа әҙерләү серҙәре менән уртаҡлаша. 

- Мин буҙаны башҡалар кеүек геркулес бутҡаһынан түгел, ә туҡ һолонан ҡоям. Башта уны елгәреп алам, аҙаҡ йыуып киптерәм. Артабан ем онтай торған (дробилка) ҡоролмаға һалып онтайым. Шунан уны болғай-болғай быҡтырам, бутҡа кеүек бешерәм. Аҙаҡ уны бер аҙ һыуытырға ҡуям. Һөҙөп алғас, кемдер магазин ҡаймағы һала, ә мин  һарыҡ малының эс майын ҡушам. Алдан әҙерләгән "баш"ты (буҙа өсөн әсетке туңдырғыста һаҡлана) ҡойоп, бер аҙ ултыртып ҡуям. Буҙам күпереп тора, тәмле лә була, иң мөһиме - шифалы, - ти Фәрхәнә Мират ҡыҙы.

Әйткәндәй, һөҙөп алған ҡалдығын күптәр ташлай, ә ул уны рәхәтләнеп һоло бутҡаһы булараҡ ҡулланам, тине.

Һеҙ буҙа яратаһығыҙмы, уны нисек эшләйһегеҙ? Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙең рецепттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле.

Автор һәм Рәмзиә Бәхтиева фотолары.

Ураҙаға буҙа әҙерләйек
Ураҙаға буҙа әҙерләйек
Ураҙаға буҙа әҙерләйек
Ураҙаға буҙа әҙерләйек
Ураҙаға буҙа әҙерләйек
Ураҙаға буҙа әҙерләйек
Ураҙаға буҙа әҙерләйек
Автор:Карима Усманова
Читайте нас