Сәләмәт булайыҡ
8 Март 2025, 13:00

Бит тиреһен йәшәртеп алайыҡ

Өй шарттарында эшләү өсөн еңел генә рецепттар.

Бит тиреһен йәшәртеп алайыҡБит тиреһен йәшәртеп алайыҡ
Бит тиреһен йәшәртеп алайыҡ

Бигерәк тә ял көндәрендә йоҡо режимы боҙолһа, бит тиреһе ҡороп, һарғайып китә.

Бындай саҡта түбәндәге битлек һөҙөмтәле: ҡыярҙың тышын әрсеп, ҡырабыҙ. Уға бер ҡалаҡ творог ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ ҙа биткә яғабыҙ. 20 минуттан йылымыс һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Тирене туҡландыра, дымландыра, шымарта.

Икенсе битлек. Ике ҡалаҡ яңы һығылған анар (гранат) һутына бер балғалаҡ бал ҡушабыҙ. Шулай уҡ бер йомортҡа һарыһы, бер балғалаҡ үҫемлек майы һәм бер ҡалаҡ һөттә ебетелгән һоло яҫмығы (геркулес) ҡушып болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан массаны тирегә 15 минутҡа һылайбыҙ. Һөҙөмтәһе ҡыуандырмай ҡалмаҫ.

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас