Башҡортостанда өлкән быуындың сәләмәтлеген һәм тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән “Башҡортостан оҙон ғүмерлелек” проекты тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаттарының береһе – өлкәндәр араһында рациональ туҡланыуҙы популярлаштырыу. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә сәләмәтлекте нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк, ти белгестәр. Проектҡа ярашлы, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар үткәрелә. Был мәктәптәр өлкәндәр араһында популярлыҡ яулай бара. Йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, нисек рацион төҙөргә, ниндәй аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә, тәмле һәм файҙалы блюдоларҙы нисек әҙерләргә?
Рациональ туҡланыу – модаға эйәреү түгел, ә өлкәндәр өсөн бик мөһим ғәмәл. Дөрөҫ төҙөлгән рацион шәкәр диабеты, гипертония, остеопороз кеүек хроник сирҙәрҙең аҙыуына юл ҡуймаҫҡа, үҙеңде яҡшы тойоуҙы һәм энергияны һаҡларға ярҙам итә. Белгестәрҙең әйтеүенсә, сәләмәт туҡланыу ябай һәм тәмле булырға тейеш. Проектта ҡатнашыусыларҙың береһе: “Элек мин туҡланыуҙың сәләмәтлеккә нисек йоғонто яһауы тураһында уйланғаным булманы. Хәҙер мин аҙыҡтарҙы нисек һайларға һәм файҙалы блюдоларҙы нисек әҙерләргә кәрәклеген беләм. Үҙемде яҡшыраҡ тоя башланым”, – тип әйтеүендә хаҡлыҡ бар. “Оҙон ғүмерлелек” проекты үҫешеүен дауам итә. Өлкән быуындың социаль әүҙемлеген һәм сәләмәт тормош оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән, республика Хөкүмәте тарафынан раҫланған төбәк программаһы 2025-2030 йылдарға иҫәпләнгән.
Ҡартлыҡ процестарын, уның биологик, медицина, социаль, психологик, гигиена аспекттарын гериатрия фәне өйрәнә. Төп маҡсаты – өлкән кешенең юғары тормош сифатын, уның йәмғиәттә әүҙем ҡатнашыуын тәьмин итеү. Донъяла өлкәндәрҙең өҙлөкһөҙ артыуы күҙәтелә. Шуның менән бергә уларҙың 90 проценты эске ағзалар сирҙәре менән яфалана. Ҡартлыҡ – тәбиғи процесс, ул һәр кемгә килә. Организмдың бөтә кимәлендә, шул иҫәптән, аш һеңдереү системаһында, яй ғына үҙгәрештәр бара. Хәрәкәт һәм ашҡаҙан бүлеп сығарыу функциялары аҡрыная. Был 50 йәште уҙған кешеләрҙә һиҙелә башлай. Ашҡаҙан һуты әселеге аҙая. Нәҙек эсәктә туҡлыҡлы матдәләрҙең үҙәштерелеү тиҙлеге ике-өс тапҡырға кәмей. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге насарлана, ашҡаҙан аҫты биҙендә, бауырҙа өлкәнәйеүгә хас үҙгәрештәр башлана.
Өлкәндәрҙең туҡланыуындағы төп принциптарҙы ҡарайыҡ. “Роспотребнадзор” меню төҙөгәндә ошо ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алырға тәҡдим итә. Аҙыҡ рационының энергетик ҡиммәте организмдың ғәмәлдәге энергия юғалтыуҙарына ярашлы булырға тейеш. Олоғайыу менән бергә физик әүҙемлек кәмей, тәндең мускул массаһы ҡыҫҡара, тимәк, туҡланыуға һәм энергияға ихтыяж кәмей. Аҡһымдың етешмәүе мускул көсөн кәметә, физик арыу-талсығыуға килтерә. Белгестәр әйтеүенсә, балыҡ, һөт аҙыҡтарына өҫтөнлөк бирергә, ит аҙыҡтарын ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Үҫемлек майҙарын файҙаланыу организмдағы әсеү процестарына тәьҫир итә. Аҡһымдың етешмәүе төрлө ағзалар туҡымаһын хәүеф аҫтына ҡуя, шул иҫәптән, баш мейеһен дә.
Инфекциялар өлкән кешене һағалап ҡына тора. Кальцийҙың етешмәүе һөйәк муртлығына килтерә, тимер етешмәһә, анемия башлана. Кеше өлкәнәйгән һайын микро- һәм макроэлементтарға нығыраҡ мохтажлыҡ кисерә. Витаминдарҙы үҙләштереү – ҡартайыусы организм өсөн етди проблема. Айырыуса А витаминына ҡытлыҡ башлана. Был витаминдың төп сығанағы – бауыр, һөт, йомортҡа һарыһы. Бета-каротинға эйә йәшелсә һәм еләк-емештән организм А витаминын синтезлай. D витамины кальций үҙләштерелеүе өсөн мөһим. Төп сығанағы – балыҡ. Ә иммунитетты нығытыусы, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыусы С витамины ҡарттарға ла, йәштәргә кәрәк.
Аҙыҡ менән бергә организмға тейешле кимәлдә шыйыҡлыҡ та инергә тейеш. Аш-һыуҙа тәмләткестәр ҡулланыу матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмға аҙыҡтарҙы үҙләштерергә ярҙам итә. Нисә йәштә булһаң да, режимды теүәл үтәү мөһим. Был – туҡланыуҙа төп ҡағиҙәләрҙең береһе. Рационды яҡшыртыу, һаулығы хаҡында хәстәрлек күреү менән кеше үҙен яҡшыраҡ тоясаҡ, кәйефе яҡшырасаҡ, үҙендә көс артыуын һиҙәсәк.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.