Сәләмәт булайыҡ
15 Март 2025, 06:00

Теш дауаларға барып, вафат булған

Уның өс балаһы етем ҡалған, бәләкәйенә өс йәш тә тулмаған...

Теш дауаларға барып, вафат булғанТеш дауаларға барып, вафат булған
Теш дауаларға барып, вафат булған

Был йән өшөткөс хәл Өфөлә декабрҙә башлана. 38 йәшлек күп балалы атай тешен дауаларға барғандан һуң йән бирә. Был хәл тураһында “ГорОбзор” баҫмаһына ентекләп ирҙең ҡатыны Яна һөйләгән.

Алексей былтыр йыл аҙағында яңы эшкә урынлашыу өсөн медицина комиссияһы үтә. Уның һөҙөмтәһе буйынса ир тулыһынса сәләмәт булып сыға. Тик уға тешен дауаларға кәрәк була, шуға күрә ул баш ҡала стоматологияларының береһенә мөрәжәғәт итә. Дауаланғандан һуң бер нисә көн үтеүгә уның тән температураһы күтәрелә, ауыҙының эсе боҙола, шештәр барлыҡҡа килә. Ир Өфөнөң төрлө медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итә, теш табиптарына ла бара, поликлиникаға ла мөрәжәғәт итә. Ләкин уға аныҡ диагноз ҡуя алмайҙар. Йә герпес, йә стоматит тип сығаралар, хатта коронавирусҡа ла шик була. Тик дауа ярҙам итмәй, ә ирҙең хәле насарланғандан насарлана бара. Ә февраль аҙағында үҙенең поликлиникаһында анализдар биргәс, уның лейкоцит күрһәткестәре бик юғары булыуы күренә. Табиптар “ашығыс ярҙам” менән уны 21-се ҡала дауаханаһына ебәрә. Тик иргә бында ла ярҙам итергә ашыҡмайҙар. Тәүҙә ул өс сәғәт коридорҙа көтөп ултыра, уны икенсе дауаханаға ебәрер өсөн “ашығыс ярҙам” саҡыртылар. Ирҙең хәле үтә насарланғас, ҡатыны Һаулыҡ һаҡлау министрлығына шылтырата башлай. Был саҡта инде Алексейҙең үлем алды конвульсиялары башлана. Уны реанимацияға алып китәләр, тик ул унда йән бирә.

Әле ҡатын дөрөҫлөк эҙләй һәм өс балаһын яңғыҙ үҫтерергә мәжбүр. Уларҙың бәләкәй балаһына өс йәш тә тулмаған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында был хәл тураһында беләләр. Әлеге ваҡытта ирҙең кәүҙәһен тикшереүгә ебәргәндәр, уның һөҙөмтәһе буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.

Фото: "ГорОбзор". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас