Һәммәбеҙҙең көндәлек туҡланыу рационының төрлө аҙыҡ-түлек менән байытылған булыуы мөһим, сөнки уларҙың һәр береһе һаулыҡ өсөн кәрәкле витаминдарға, микроэлементтарға, минералдарға һәм башҡаларға бай. Һөт, мәҫәлән, ғүмерҙе оҙайтыуға булышлыҡ итә, сәләмәтлекте нығыта. Көн һайын уны бер аҙ эскәндә йөрәккә бәйле проблемалар 15 – 20 процентҡа кәмей, ти белгестәр. Һөт эсемлектәренә килгәндә, кефир, йогурт, ҡатыҡҡа өҫтөнлөк бирергә кәңәш итәләр. Улар ашҡаҙан-эсәк юлдарын “яҡшы” бактериялар менән байыта. Дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыу бәләкәстәргә һәм йөклө ҡатындарға бигерәк тә кәрәк.
Шуныһы һөйөнөслө: 2019 йылдан алып Башҡортостанда республика Башлығы башланғысы менән өс йәшкә тиклемге балаларҙы, йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындарҙы махсус аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Ойошманы үҫтереү бер нисә йүнәлеш буйынса бара. Предприятие структураһында ете етештереүсе эшләй, һөт аҙыҡ-түлеген иһә 132 нөктәлә бирәләр. Бында сауҙа павильондары, дарыуханалар, поликлиникалар һәм мобиль таратыу пункттары инә.
Әйткәндәй, йыл һайын “Һөт кухняһы”нан файҙаланыусылар һаны күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрҙәре киңәйә. 2024 йылда “Һөт кухняһы” махсуслаштырылған системаһынан ризыҡтарҙы – 27,9 мең кеше, ә йәмғеһе биш йылда 100 меңдән ашыу кеше бушлай алған. Улар араһында – йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән өс йәшкә тиклемге балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, шулай уҡ опекала булған балалар. Ошо хаҡта күптән түгел Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров хәбәр итте.
– 2025 йылда, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылында, аҙыҡ-түлекте алыусылар киңәйтелде – ташламаға эйә булғандар исемлегенә махсус хәрби операция ветерандары ла индерелде. Был тағы 1,5 мең кешене файҙалы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә, – тине Азат Асҡаров.
Документтарҙы тапшырыу ҡатмарлыҡ тыуҙырмай
Былтыр “Һөт кухняһы”нан аҙыҡ-түлекте алыу өсөн документтар тапшырыу процесын ябайлаштырҙылар. Хәҙер ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша йәки күп функциялы үҙәк офистарында бирергә була. Дәүләт заданиеһын үтәүҙән тыш, “Һөт кухняһы” әүҙем рәүештә бюджеттан тыш йүнәлеште лә үҫтерә. Мәҫәлән, былтыр өлкәндәр өсөн һөт ризыҡтары сығара башланылар, был әлеге сегментта һөт эшкәртеү күләмен 940 тоннаға тиклем арттырыу мөмкинлеге бирҙе. Быйыл ойошма был күрһәткесте 1634 тоннаға тиклем еткерергә планлаштыра. Яңы тауар – һөт, кефир, эремсек, ҡаймаҡты – ҙур сауҙа селтәрҙәренә ҡуйғандар ҙа инде, халыҡ уны яратып ала.
Быйыл аҙыҡ-түлек төрҙәрен киңәйтеү, федераль “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы менән интеграция һәм артабан хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров системаның үҫешен билдәләне һәм артабан уны киңәйтеүҙең мөһимлеген әйтте.
– Бер нисә йыл элек беҙ төбәк һөт кухнялары селтәрен булдырҙыҡ, бер нисә завод төҙөнөк, эште көйләнек. Әммә бурысыбыҙ һөҙөмтәләрҙе барлау ғына түгел, ә артабан алға табан барыу ҙа. Артабан системаны үҫтереү буйынса план әҙерләүегеҙҙе һорайым, – тине ул.
“Һөт кухняһы” проектын үҫтереү – Хөкүмәттең граждандар тураһында хәстәрлегенең аныҡ миҫалы ул. Бушлай туҡланыуға “Һөт кухняһы” таратыу пункты аша йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. 2024 йыл башынан “Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша документтарҙы электрон формала тапшырыуҙың тағы бер ысулы эшләй башланы. Был ысул ярҙамында ғариза биреү ҡыҫҡа ваҡытты ала, сөнки шәхси мәғлүмәттәрҙең күбеһе автоматик рәүештә шәхси иҫәбенән тултырыла. Барлыҡ кәрәкле документтарҙы өйҙән сыҡмайынса электрон рәүештә беркетергә була. Ғаризаның статусын уны эшкәртеүҙең һәр этабында күҙәтергә мөмкин.
Мөмкинлектән файҙаланығыҙ!
Шулай итеп, 2019 йылдан алып 100 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән мохтаж булған ғаиләләрҙән йөклө һәм бала имеҙгән ҡатындар махсуслаштырылған аҙыҡ-түлек ала. Продукция барлыҡ республика буйынса урынлашҡан 132 таратыу пунктында, шул иҫәптән дәүләт дарыуханаларында сығарыла. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн республикалағы тағы һигеҙ сауҙа үҙәгендә продукцияны биреү ойошторолған, тағы дүрт шундай нөктәлә был эште ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр бара. Күптәрҙең һорауы буйынса Өфө райондарында – әлегә даими пункттар барлыҡҡа килтереү мөмкинлеге булмаған урындарға сығып биреү акциялары ойошторола. Мәҫәлән, Ҡыҙылъяр ауылында, “Башҡортостан сәскәләре”, “Йәштәр”, “Миловка паркы” торлаҡ комплекстарында ошолай итәләр. Яңы Булгаков биҫтәһен ошо исемлеккә индереү ҡарала.
...Шуны билдәләргә кәрәк, “Һөт кухняһы” хеҙмәткәрҙәре халыҡ-ара стандарт буйынса эш принциптарына өйрәнгән. Улар етештергән аҙыҡ-түлек юғары сифатлы булыуы менән танылыу яулаған. Әгәр һеҙҙең дә “Һөт кухняһы”нан бушлай продукция алыу мөмкинлегегеҙ бар икән, ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, аҡтан айырылмағыҙ.
Татьяна БАЛАШОВА, “Һөт кухняһы” ойошмаһының ойоштороу, тәғәйенләү һәм социаль ярҙам сараларын күрһәтеү бүлеге етәксеһе:
- 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһында балаларҙы һәм уларҙың әсәйҙәрен махсуслашҡан аҙыҡ-түлек менән бушлай тәьмин итеү өсөн программа ғәмәлдә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Радий Фәрит улы Хәбиров башланғысы менән “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы ойошмаһы барлыҡҡа килде.
Бөгөн “Һөт кухняһы” – Рәсәйҙәге иң ҙур селтәрҙәрҙең береһе, сөнки ул тотош республиканы үҙ эсенә ала. Уға Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Сибай ҡалаларында һәм Үрге Ҡыйғы ауылында, 132 таратыу пунктында урынлашҡан ете заманса майҙансыҡ ҡарай.
Ойошмабыҙҙың төп маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балаларҙы, етем балаларҙы, медицина күрһәтмәләренә ярашлы, йөклө ҡатындарҙы һәм имеҙгән әсәләрҙе махсуслашҡан балалар туҡланыуы аҙыҡ-түлеге менән бушлай тәьмин итеү. 2024 йылда “Һөт кухняһы” 3,5 мең тонна һөттө эшкәртте, 1,2 миллион тирәһе порция балалар продукцияһы етештерелде. Былтыр льготаға эйә 27904 кеше, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм опекала булған 26 678 бала, 565 йөклө ҡатын, 661 имеҙгән ҡатын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең ғаиләләренең 1181 ағзаһы продукция менән бушлай тәьмин ителде. Программа ғәмәлгә ингәндән алып бушлай туҡланыуға эйә булғандар һаны 100 меңдән ашты.
Былтыр июндә “Һөт кухняһы” өлкәндәр өсөн дә һөт аҙыҡ-түлеген етештерә башланы. Предприятие ассортиментында ПЭТ-шешәләрҙә һөт продукцияһы – һөт, кефир, эремсек, төрлө ҡуйылыҡтағы һәм күләмдәге ҡаймаҡ.
Былтыр документтарҙы электрон рәүештә алыуға күстек. Бөгөн “Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре” порталы һәм “Минең документтарым” күп функциялы үҙәге аша документтарҙы тапшырырға була. Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы документтарҙы тапшырыу йәһәтенән өҫтөнлөктәргә эйә: тәүге көндәрҙән алып 25 мең тирәһе документтар пакеты ҡабул ителде.
2025 йылдың 3 мартынан Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 декабрендә ҡабул ителгән Ҡарарына үҙгәрештәр индерелде: бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә булғандар араһына элек махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар ҙа ҡушылды. Был хәҙер “Һөт кухняһы”нда бушлай продукцияны алыу хоҡуғына махсус хәрби операция ветерандарының (шул иҫәптән белешмәләренең “Категория” графаһында 1995 йылдың 12 ғинуарында ҡабул ителгән 5-се “Ветерандар тураһында”ғы Федераль закондың 33-сө статьяһы 1.1-се пункт аҫты күрһәтелгән граждандарҙың) эйә булыуы тураһында һөйләй.
Сәриә ӘҒЗӘМОВА, Өфө ҡалаһынан дүрт бала әсәһе:
– Ғаиләбеҙ ишле, балаларыбыҙ һөт аҙыҡ-түлеген ярата. “Һөт кухняһы”нан продукция алыу хоҡуғыбыҙ барлығы тураһында белгәс, бик ҡыуандыҡ. Продукция бик тәмле. Улдарым һәм ҡыҙҙарым яратып ашай. Бәләкәсебеҙгә бер йәш тулды. Баллы печеньеларын да ашай башланы. Һөт аҙыҡтарын график буйынса килтерәләр. Беҙгә уңайлы. Иң мөһиме – аҙыҡтың сифаты. Эремсек менән йогуртты балалар алып килеү менән ашап ҡуя. Һөттән бына тигән тәмле, файҙалы бутҡа ла яратҡан ризыҡтары. “Әсәй, әйҙә, “Һөт кухняһы”на барайыҡ, кефир алайыҡ!” – тип кенә торалар. Өҫтәүенә хеҙмәткәрҙәре лә оҡшай: алсаҡтар, һәр нәмәне аңлатып бирәләр. Ошондай мөмкинлек булдырылғаны өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт!
Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтов, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.