Бөтә яңылыҡтар
10

Мөрәжәғәт итеүселәр һаны 18 процентҡа кәмегән

Дарыу менән тәьмин итеү буйынса штаб эшенең тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды

Мөрәжәғәт итеүселәр һаны 18 процентҡа кәмегән
Мөрәжәғәт итеүселәр һаны 18 процентҡа кәмегән

Дарыу менән тәьмин итеү буйынса штаб эшенең тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итеүселәр һаны 18 процентҡа кәмегән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса  мөрәжәғәттәр һаны кәмегән. Һөҙөмтәлә был күрһәткес былтыр декабрҙән, тәүлегенә мөрәжәғәт итеүҙәр һаны буйынса, 17,6-нан 14,4-кә тиклем аҙайған. Был аҙна һайын республикалағы һәр медицина ойошмаһында монитониг үткәреү, төплө сығанаҡтарҙан, шул иҫәптән Башҡортостан Прокуратураһынан, Халыҡ фронтынан һәм паценттар ойошмаларынан хәбәрҙәрҙе оператив эшкәртеү,  шулай уҡ ташыуға йоғонто яһаған техни проблемаларҙы, пациенттарҙың шәхсән осраҡтарҙы хәл итеү һөҙөмтәһендә мөмкин булған.

2024 йылдың 21 декабрендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың башланғысы менән ойошторлған штаб медицина ойошмалары һәм “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы етәкселәрен дарыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу өсөн берләштергән. Медицина ярҙамсылары хеҙмәтен ойоштороу мөһим инструмент булған: хәҙер республиканың һәр медицина ойошмаһында дарыу менән тәьмин ителеште һәм пациенттарҙың диспансерлаштырылыуын күҙәткән белгестәр бар. Бынан тыш, шәкәр диабеты менә сирләгән пациенттарҙы ҡарау алгоритмы барлыҡҡа килгән.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ольга Шәйхетдинованың хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы даими рәүештә халыҡты льгталы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса оператив штабтар ойоштора. Һөҙөмтәлә граждандарҙың дарыуҙар етмәүенә ялыуҙары кәмегән.

Штаб айырым хәлдәр буйынса эшләй. Уларҙың эшенән бер нисә миҫал килтерәбеҙ. Мәҫәлән, Архангел районында яман шеш менән сирләгән, былтыр инвалидлыҡ статусын алған пациентҡа оператив рәүештә, заявкалар формалашып бөтһә лә, кәрәкле дарыуҙар бирелгән. Өфөләге 6-сы дарыуханала ла был мәсьәләгә етди иғтибар бүленә. Әйткәндәй, был дарыухана ҙур медицина ойошмаларының льготаға эйә пациенттарын хеҙмәтләндерә. 3 марттан пунктта төшкө ялға туҡталмайынса дарыуҙар бирелә, ә пациенттарҙың бер өлөшө баш ҡаланың Цюрупа урамының 84-се йортонда урынлашҡан 4-се дарыуханаға хеҙмәтләндереү өсөн күсерелгән. Бынан тыш, 24 марттан 5-се ҡала клиник дауаханаһы 1-се поликлиникаһындағы 4-се дарыухана пункты ҡайтанан эшләй башлаясаҡ. Был иһә льготаға эйә  6800 пациентты хеҙмәтләндереү мөмкинлеген бирәсәк һәм 6-сы дарыуханаға йөкләмәне кәметәсәк.

Әйткәндәй, дарыу менән тәьмин ителеш – һаулыҡ һаҡлауҙың иң мөһим йүнәлештәренең береһе. Республикала дарыу менән тәьмин ителеү хоҡуғына 754 142 кеше эйә. Былтыр ташламаға эйә булғандарға дарыу һатып алыу өсөн 6,2 миллиард һум аҡса тотонолған.           

Сығанаҡ, фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/708295/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: