Бөтә яңылыҡтар
10

Әсәйҙәребеҙ рецебы буйынса ҡыҫтыбый

Бөгөн йома. Йортобоҙға май еҫтәре сығарып алайыҡ, әрүәхтарыбыҙ шатланып китер.

Әсәйҙәребеҙ рецебы буйынса ҡыҫтыбый
Әсәйҙәребеҙ рецебы буйынса ҡыҫтыбый

-Бер бокал менән 300 грамм һөт, өс ҡалаҡ көнбағыш майы, ярты балғалаҡ тоҙ, 500-550 грамм тирәһе он алып, ҡамырҙы йомшаҡ ҡына итеп баҫабыҙ, көнбағыш майы һалғас ул ҡулға бик йәбешеп тә бармай. Бынан тыш 1,5 килограмм картуф, ярты стакан һөт, сама менән тоҙ һәм ҡыҙҙырылған һуған, 80-100 грамм самаһы аҡ май кәрәк. Кемгә һуған оҡшамай уны ҡулланмаҫҡа мөмкин. Үҙем һуған урынына өс кенә тырнаҡ һарымһаҡ ҡушҡаным бар, ул да тәмле тәм бирә.Ҡамырҙы баҫҡандан һуң 15 минутҡа ситкә ҡуйып торам. Шул ваҡытта бәрәңгене бешереп алам.

Аҙаҡ ҡайнап торған һөттө бәрәңгегә ҡойоп иҙәм. Уны үҙе бешкән һыуҙа ла иҙергә мөмкин. Иҙмәгә бер аҙ борос та өҫтәп ебәрәм. Ҡамырҙы туҡмас кеүек итеп йәйәм дә формаһы матур килеп сыҡһын өсөн бер иш итеп түңәрәкләп ҡырҡам. Ҡунаҡҡа эшләгәндә бәләкәй генә итеп тә яһайым. Йәймәләрҙең ике яғын да ҡоро табала бешерәм. Ҡатып китмәһен өсөн шунда уҡ таҫтамал менән ҡаплап барырға кәрәк. Таҫтамал аҫтында улар боҫланып йомшаҡ ҡына килеш тора. Яҡынса 20-25 киҫәк йәймә килеп сыға. Шуға иҙелгән картуфты һалып, матур итеп бөкләп ҡуям да майлап табынға бирәм. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ ул ҡыҫтыбый. Майламай ғына туңдырырға ла мөмкин. Ҡапыл ҡунаҡ килеп төшһә, микротулҡынлы мейестә йылытып, майлап өҫтәлгә ҡуйһаң, яңы бешерелгән кеүек була.

Әйткәндәй, элегерәк әсәй-өләсәйҙәр йома көнө йорттоғоҙҙа май еҫе сығарығыҙ: ҡоймаҡ ҡойоғоҙ, майикмәк бешерегеҙ йә иһә башҡа майға бешкән тәмлекәстәр әҙерләгеҙ, ти торғайны. Имеш тә, әрүәхтәр ҡыуанып ҡайта. Ә һеҙҙең яҡта ошондай ышаныу йәшәйме?

Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: