Бөтә яңылыҡтар
10

Иртән ҡапыл тороп китергә ярамай

ти табиптар. Нисек дөрөҫ уянырға? Уның өсөн биш минут ваҡыт та етә. Иғтибар итегеҙ.

Иртән ҡапыл тороп китергә ярамай
Иртән ҡапыл тороп китергә ярамай

Иртән ҡапыл һикереп торғанда көн баш ауыртыуҙан, ҡан баҫымы һикергеләүҙән, арҡа, быуындар һыҙлауынан башланырға мөмкин. Уянғас та бер аҙ ҡолаҡтарға, башҡа, бармаҡтарға массаж яһау, шунан яйлап аяҡтарҙы төшөрөп ултырыу мотлаҡ. Хәрәкәттәр талғын булырға тейеш. Түбәндәге күнекмәләр ҙә организмды дөрөҫ уятырға булышлыҡ итә.

Тибет монахтарының был күнекмәләре ни бары биш минут ваҡытты ала, ә һөҙөмтәһе иҫ киткес - эндокрин биҙҙәренең эшмәкәрлеген яҡшырта, көнө буйына етерлек көс-дәрт бирә, даими эшләгәндә, күп ауырыуҙарҙан арындыра ала. Ғәҙәттә, уны иртәнге сәғәт алтыға тиклем яһарға кәңәш итәләр. Гимнастиканы ҡаты урынға ятҡан килеш һәр береһен 30-ар тапҡыр эшләргә кәрәк.

  1. Устарҙы ҡыҙҙырғансы бер-береһенә ышҡыйбыҙ. Әгәр ус ҡоро һәм эҫе булып китһә, организмдағы энергетика яҡшы, ус йылы икән - биополе әҙерәк түбәнәйгән, ә еүеш һәм йылынмаһа - организмда насар яҡҡа тайпылыштар бар тигән һүҙ.
  2. Эҫе устарҙы күҙҙәргә һалып баҫҡылайбыҙ. 30 тапҡыр шулай эшләгәс, тағы 30 секунд баҫып торабыҙ. Ошо күнегеүҙе гел эшләгән хәлдә, күреү һәләтенең яҡшырыуын билдәләйҙәр.
  3. Йылы устар менән ҡолаҡтарға ла шулай уҡ баҫҡылайбыҙ. Бер секундта - бер хәрәкәт. Тимәк, 30 тапҡыр. Ишетеү һәләте лә ошо күнегеүҙәрҙән һуң бермә-бер яҡшыра.
  4. Битте тарттырыу. Бының өсөн баш бармаҡтарҙы эйәк аҫтына ҡуйып ҡолаҡҡа тиклем һыпырабыҙ. Биткә ҡан йүгереп, тирләтеүе мөмкин. Шулай икән, тимәк, ҡан әйләнеше яҡшыра.
  5. Маңлайҙы һыпырыу. Уң ҡулдың өҫтөнә һул ҡулды һалып маңлайҙы үтекләйбеҙ. Хәрәкәттәрҙе тирегә теймәйенсә лә эшләргә мөмкин. Был күнегеү маңлайҙы яҙып ҡына ҡалмай, ә гипофиз эшмәкәрлеген дә яҡшырта, танау ҡыуышлығындағы сирҙәрҙән дә ҡотҡара.
  6. Баш түбәһенә массаж. Ҡулдарҙы баяғыса - уңы өҫтөнә һулып һалып - ҡуйып башҡа теймәйенсә маңлайҙан соңҡаға тиклем һәм кире яҡҡа һыпырабыҙ. Шунан бер ҡолаҡтан икенсе ҡолаҡҡа тиклем шундай уҡ хәрәкәттәр яһайбыҙ. Был күнегеү ҡан баҫымын нормаға килтереүгә булышлыҡ итә. Шулай уҡ яурын өлөшөн хәрәкәтләндерә, ҡулдың мускулдарын нығыта.
  7. Ҡалҡан биҙенә массаж. Уң ҡулды боғаҙға ҡуйып, өҫтөнә һулын һалабыҙ һәм үңәстән кендеккә тиклем 30 тапҡыр һыпырабыҙ. Иң һуңынан һул ҡулды уңының өҫтөнә һалып бер нисә секунд тотабыҙ.
  8. Эсте һыйпау. Уң ҡул өҫтөнә һулын һалып, эсте түңәрәк хәрәкәттәр ярҙамында һыйпайбыҙ. Хәрәкәттәр бәләкәй түңәрәктән башланып, киңәйә барырға тейеш. Был күнегеү эс ҡаталауҙан арындыра, эсәктәрҙең эшмәкәрлеген юлға һала.
  9. Аяҡ-ҡулдарҙы параллель рәүештә өҫкә күтәреп, тәүҙә ҡул һәм аяҡ суҡтарын борғоландырабыҙ, шунан һелкетәбеҙ. Был күнегеү капиллярҙарҙағы ҡан әйләнешен яҡшырта, шулай уҡ бәләкәй энергетик каналдарҙы таҙарта.
  10. Аяҡ табандарын ыуыу. Быны ултырып эшләргә кәрәк буласаҡ. Алмаш-тилмәш табандарҙы ышҡыу бөтә организмды уятып ҡына ҡалмай, ҡанды ҡыҙҙыра, эске ағзаларға ыңғай тәьҫир итеп, көнө буйына етерлек көс-ҡеүәт бирә.

 Фото: siesta.food.ru

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: