Бөтә яңылыҡтар
10

Табынға - көнсығыш бәлеше

Ҡыйбатыраҡ сыға, әммә бик тәмле

Табынға - көнсығыш бәлеше
Табынға - көнсығыш бәлеше

Әйҙәгеҙ, көнсығыш бәлешен әҙерләп алайыҡ.

Бының өсөн кәрәк:
200 г он
семтем тоҙ
1 сәй ҡалағы ҡамыр йомшартҡыс
50 г аҡмай
1 йомортҡа
1 аш ҡалағы шәкәр пудраһы
150 г грек сәтләүеге
150 г курага һәм ҡара емеш (чернослив)
80 г йөҙөм
200 г ҡуйыртылған һөт (сгущенка)

Әҙерләү:
Онға тоҙ, ҡамыр йомшартҡыс ҡушабыҙ, шунан аҡмай ҡушып, валсыҡ яһайбыҙ. Йомортҡаға пудра ҡушабыҙ,теге валсыҡҡа ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ.
Уны формаға йәйеп, ҡырҙарын күтәрәбеҙ. Сәтләүектәрҙе бер аҙ ҡыҙҙырып ваҡлайбыҙ, ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ. Емештәрҙе лә ваҡлап һалабыҙ. Ҡуйыртылған һөт (сгущенка) һылап, 180 градустағы мейестә бешерәбеҙ.

Был бәлеш бер аҙ ҡыйбатыраҡ сыға, әммә тәмле  һәм өҫтәл йәме булыуы менән күп хужабикәләрҙе үҙенә ғашиҡ иттереп өлгөрҙә лә инде.

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: