Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан буйынса “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны һәм тәбиғәттә барлыҡҡа килгән инфекциялар буйынса эпидемиологик хәүефтәр, уларҙы бөтөрөү буйынса күрелгән саралар тураһында һөйләне.
Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда һуңғы йылда сысҡан биҙгәге менән сирләү осрағы кәмегән. Быға урман биләмәләрен һәм тораҡ пункттарын дератизациялау буйынса сараларҙы арттырыу булышлыҡ иткән. 2023 һәм 2024 йылдарҙа эшкәртелгән майҙан ике тапҡырға артҡан һәм 40-тан 90 мең гектарға тиклем еткерелгән.
2022 йылда сир аҙған, ул саҡта өс мең самаһы кеше ауырыған. Ә 2024 йылда республикала ни бары 344 сысҡан биҙгәген йоҡтороу осрағы теркәлгән. Был һуңғы биш йылдағы уртаса күрһәткестән өс тапҡырға әҙерәк.
– Был инфекциянан вакцияна юҡ. Шуға күрә төп иҫкәртеү сараһы булып сысҡандар һанын контролдә тотоу тора. Сир йоҡтороу урындарын анализлау күрһәтеүенсә, ауырыу осраҡтарының яртыһынан күберәге көнкүреш шарттарында һәм коллектив баҡсаларҙа (57,8 процент) теркәлгән. Был кеше йәшәгән урындарҙа кимереүселәр һанын юҡ итеү буйынса сараларҙың кәрәклеген күрһәтә, – тине Анна Казак.
Шулай уҡ “Роспотребнадзор” етәксеһе талпандар буйынса хәлгә лә туҡталды. Анна Казак айырыуса хәүефле булған райондар тураһында һөйләне. Республикала эпидемиологик хәүефтәрҙе баһалау өсөн биләмәләр буйынса анализ үткәрелгән. Уның барышында талпандан тешләнеү һаны, талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары иҫәпләнгән.
– Биләмәләрҙе эшкәртеү ваҡытында дүрт районға айырыуса иғтибар итергә кәрәк, унда иң ҙур хәүефтәр. Был Ҡыйғы, Учалы, Бөрйән һәм Ҡариҙел райондары. Беҙҙең белгестәр был райондар хакимиәттәре башлыҡтарына тәҡдимдәр һәм теләктәр менән сығасаҡ, – тине ул.
Баш ҡалаға килгәндә, быйыл уның парктарын талпандан эшкәртеү өсөн 4 миллион һум аҡса бүленәсәк.
– Өфөлә “Өфө муйынсағы” проекты әүҙем үҫешә, һәм яңы биҫтәләрҙәге парктар һәм скверҙарға айырыуса иғтибар бүленә. Әлеге ваҡытта ҡала хакимиәте был биләмәләрҙе эшкәртеү өсөн 4 миллион һум аҡса бүлеү мәсьәләһен өйрәнә. Был ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк, – тине ул.
Фото: "Башинформ".