Массаж, тигән һүҙҙе ишетеү менән күптәребеҙ: “Минең дә арҡам ауырта ул”, — тип зарлана, әммә быуындарҙы урынына ултыртҡан, үҙенә хас ҡына алымдар менән массаж эшләгән кешеләр һирәк.
Ә бына Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тап шундай бик шәп халыҡ табибы бар. Һиҙиәт Лоҡмановты Әбйәлил районында үткән "Ер ҡото" этномәҙәни фестивалдә күреп танышҡан инем. Биле ауыртҡан апайымды ҡарап, тиҙ арала аяҡҡа баҫтырҙы. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Һиҙиәт Лоҡмановтың ҡулдары шифалы, ауырыуға ярҙам итә.
Бына уның тураһында бер нисә комментарийҙарға күҙ һалайыҡ.
"Арҡаларым ҡатып, ҡуҙғала ла алмай саҡ барып ингәйнем, йүгереп тигәндәй сығып киттем. Бик ипле, тыныс егет. Ҡулы менән генә түгел, һүҙе менән дә дауалай. Хоҙай һаулыҡ бирһен, ҡулдарыңа күҙ теймәһен, ғаиләң менән имен-аман, татыу ғүмер итергә яҙһын".
"Нисәмә йыл һыҙлаған яурынымды бер сеанста йүнәлтте, ҡулымды күтәрә алмай барғайным, ҡайтып еткәнсә бер нәмә лә ҡалманы, рәхмәт төшкөрө!"
"Һау булһын, мең йәшәһен Һиҙиәт! Минең дә ҡыҙым тик уға барам ти ҙә тора. Әллә кемдәргә йөрөтөп бөтһәк тә. Өс барҙы Һиҙиәткә. Ҙур рәхмәт! Үҙем йәй әсәһенә барҙым, шулай уҡ рәхмәт!"
Ысынлап та, бындай һәләт нәҫелдән килеүен дә онотмайыҡ, ана бит күптәр Һиҙиәт Лоҡмановтың әсәһе Һәнеүәт Лоҡманованың да ҡулдарының име булыуы, күптәргә ярҙам итеүе хаҡында яҙа. Ул Исхаҡ ауылында йәшәй, шулай уҡ ярҙам һорап килгән кешеләрҙе ҡарай.
Автор фотоһы.