Бөтә яңылыҡтар
10

Улар кешеләрҙе һағалай

Быйыл яҙ бигерәк иртәләне, мартта уҡ йылға-күлдәрҙә боҙ ирене, ҡояш та нурҙарын тирә-йүнгә нығыраҡ һирпә башланы. Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе һәм көндәрҙең тиҙ йылыныуы һөҙөмтәһендә тәбиғәт тә ҡышҡы йоҡоһонан ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды. Һөҙөмтәлә...

Улар кешеләрҙе һағалай
Улар кешеләрҙе һағалай

Быйыл яҙ бигерәк иртәләне, мартта уҡ йылға-күлдәрҙә боҙ ирене, ҡояш та нурҙарын тирә-йүнгә нығыраҡ һирпә башланы. Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе һәм көндәрҙең тиҙ йылыныуы һөҙөмтәһендә тәбиғәт тә ҡышҡы йоҡоһонан ғәҙәттәгенән иртәрәк уянды. Һөҙөмтәлә урман-яландарҙағы йәнлектәр һәм бөжәктәр ҙә былтырғыға ҡарағанда алдараҡ күренә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһында кеше ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә хәүеф-хәтәр янағандары бар. Мәҫәлән, быйыл айыуҙың кешегә ташланыу осраҡтары теркәлде. Унан тыш, әҙәм һаулығы өсөн хәтәр булған бөжәктәр ҙә юҡ түгел. Бөгөн һүҙебеҙ – талпандар тураһында.

Тәбиғәт кенә түгел, талпан да уяна

Һауа торошо +10...+15 градусҡа тиклем йылыныу менән талпандар ҙа “һунарға сыға” башлай. Рәсәйҙә иксодлы талпандар күберәк осрай һәм улар кеше сәләмәтлеге өсөн бик зыянлы. Улар боррелиозлы энцефалит, эрлихиоз, бабезиоз, анаплазмоз кеүек бик ҡурҡыныс неврологик билдәләре булған сирҙәр йоҡторорға мөмкин. Бына ошондай хәүеф-хәтәргә тарымау, иҫкәртеү саралары һәм башҡалар тураһынла белеү өсөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт иттек.

Белгестәрҙең хәбәр итеүенсә, талпан энцефалиты сирленең үҙәк нервылар системаһының ҡаҡшауына килтереүе ихтимал. Талпан ҡаҙалғандан һуң 1 – 30 көн (уртаса 7 – 14 көн) эсендә ауырыу билдәләре күренә башлай. Кешенең тән температураһы кинәт кенә күтәрелә, башы ауырта, ҡоҫа башлай. Вирус кешегә талпан ҡаҙалғанда эләгә. Был урманда саҡта булырға йәки хайуан, ҡош-ҡорт, кеше кейеме аша һәм башҡа осраҡтарҙа теркәлергә мөмкин. Хатта айырым осраҡтарҙа вирустың кәзә йәки һыйыр һөтө аша эләгеүе ихтимал, уны ҡайнатҡандан һуң ғына ҡулланырға була.

Талпан энцефалитын эләктермәҫ өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

  1. Урман-ҡырға сыҡһағыҙ, еңле спорт кейеме кейергә, салбар балаҡтарын ойоҡҡа тығырға, башығыҙға яулыҡ бәйләргә онотмағыҙ.
  2. Тәбиғәт ҡосағында булған саҡта һәр ике сәғәт һайын бер тапҡыр тирәһе үҙегеҙҙе тикшерергә кәрәк.
  3. Өҫкө кейемде зарарлы бөжәктән һаҡлау өсөн акарицидлы һәм репеллентлы сараларҙы ҡулланығыҙ.
  4. Хәүеф янаған биләмәлә үләндә ултырырға йәки ятырға ярамай.
  5. Өйгә йәки башҡа берәй бинаға төрлө үләндәрҙе, ботаҡтарҙы, сәскәләрҙе, ғөмүмән, талпан булыу ихтималлығы янаған әйберҙәрҙе индермәгеҙ.
  6. Тәбиғәт ҡосағында булғандан һуң этегеҙҙе йәки башҡа хайуандарҙы талпан булыу ихтималлығына тикшерегеҙ.
  7. Кәзә һөтөн ҡайнатҡандан һуң ғына эсегеҙ.

Зарарлы бөжәк тәнегеҙгә ҡаҙалған икән...

Был осраҡта талпанды тиҙ генә алыу хәстәрлеген күрегеҙ. Был ғәмәл медицина ойошмаһында атҡарылһа, бигерәк яҡшы. Өфө ҡалаһында һәм райондарҙа йәшәүселәрҙең талпандың энцефалит менән зарарланыу-зарарланмауын “Башҡортостан Республикаһының гигиена һәм эпидемиология үҙәге” лабораторияларында тикшереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡас менән ябып лабораторияға илтергә кәрәк. Уны тикшергәндән һуң сирҙе иҫкәртеү маҡсатында төрлө күрһәтмәләр биреләсәк. Әгәр бөжәк талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған икән, ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн травпунктҡа мөрәжәғәт итеү зарур. Прививка яһалмағандарға, дүрт көндән дә ҡалмайынса, энцефалитҡа ҡаршы кеше иммуноглобулины индерелә. Талпанды лабораторияға тикшереүгә бирмәгәндәр был бөжәккә ҡаршы иммуноглобулинды дарыуханала һатып ала. Әгәр талпан ҡаҙалғандан һуң хәлегеҙ насарайған икән, тиҙ арала табипҡа күренегеҙ.

Талпан энцефалитынан ғына махсус вакцинация бар, ә был бөжәк сәбәпсе булған башҡа ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеп булмай, шуға күрә һаҡланыу сараларын күрегеҙ. Әгәр талпанды лабораторияға алып барыу мөмкинлеге булмаһа, бөжәк тешләгәндән һуң бер аҙна үткәс, һаҡлыҡ уятҡан билдәләре күҙәтелһә, төп талпан инфекцияларын асыҡлаған ҡан анализын бирегеҙ.

Ҡайҙа тапшырырға?

Өфө

Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге. Адресы - Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт.

Телефондар: 8 (347) 287-85-23, 8-927-236-32-61 (вирусология тикшереүҙәре); 8 (347) 287-85-24, 8-927-236-07-25 (айырыуса хәүефле инфекцияларҙы һәм полимер сылбырлы реакцияны индикациялау лабораторияһы).

Адресы –  Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 69. 

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 269-69-69.

Бөрө

Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Бөрө филиалы. Адресы – Бөрө ҡалаһы, Калинин урамы, 18.

Телефондар: 8 (34784) 3-47-87, 3-47-89.

Стәрлетамаҡ

Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Стәрлетамаҡ филиалы. Адресы – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2а.

Телефон: 8 (3473) 30-13-34.

Нефтекама

Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Нефтекама филиалы. Адресы – Нефтекама ҡалаһы, Социалистик урам, 10.

Телефондар: 8 (34783) 4-43-15, 8-917-370-24-44.

ТУЙМАЗЫ

Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең Туймазы филиалы. Адресы – Туймазы ҡалаһы, Урмансы Морозов урамы, 1.

Телефон: 8 (34782) 7-25-96.

... “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, талпандарҙың 54 мең төрө бар икән. Республикалағы 68 район һәм ҡаланың 42-һе эндемик тип танылған. Шуға күрә уяу булығыҙ, тәбиғәттә, урманда йөрөгәндә, ергә ултырмаҫҡа, үләндә ятмаҫҡа тырышығыҙ, ғөмүмән, сәләмәтлегегеҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Ауырыуҙы ҡуҙғытыусы кешегә вирус менән зарарланған талпан тешләгәндең беренсе минутында уҡ күсә, тип белдерә белгестәр. Был ваҡытта бөжәк ауыртыуҙы баҫыусы шыйыҡса бүлеп сығара, шуға күрә кеше уның тешләгәнен тоймауы ла мөмкин. Зарарланыу тик урманда, урман парктарында ғына мөмкин икән тип уйларға ярамай, сөнки баҡса участкаларында ла талпан тешләүе ихтимал.

Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: