Нефтекама ҡала дауаханаһының балалар хирургия бүлексәһендәге ремонт эштәрен һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуҡов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров, дауахананың баш табибы Рафаэль Зыятдинов, “ЛАКИ” хәйриә фонды президенты Татьяна Есаулкова һәм фондтың попечителлек советы ағзаһы Антонина Миненко ҡабул итте.
“ЛАКИ” хәйриә фонды ярҙамы һәм Нефтекама ҡала округы депутаттары булышлығы менән балалар хирургия бүлексәһен комплекслы яңыртҡандар. Өс ай эсендә йыл әйләнәһенә 800 бала дауаланған 600 квадарт метр майҙанлыҡ дауахана бүлексәһе тулыһынса үҙгәргән. Бында тулыһынса инженер коммуникациялары яңыртылған, яңы сантехника ҡуйылған, коридорҙа яңы түбәләр ҡуйылған, палаталарҙа яҡтыртыу яңырған. Бынан тыш ишектәр, мебель һәм иҙән япмаһы алмаштырылған, стеналар буялған. Уйын бүлмәһе һәм коридор сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, унда фонд талисманы – Лаки айыу балаһы төшөрөлгән. Депутаттар китаптар, үҫтереүсе уйындар йыйған.
Нефтекама дауаханаһының баш табибы Рафаэль Зыятдинов әйтеүенсә, бында оҙаҡ йылдар ремонт яһалмаған. Әле бүлексә бөтә заман стандарттарына яуап бирә.
– Өс ай эсендә бында ысын мөғжизә булдырылды. Бүлексә тулыһынса яңыртылды. Айырыуса уйын бүлмәһе һәм коридор матурланды. Балалар дауаханала ла бала булып ҡала һәм матур, сағыу биҙәү улар өсөн мөһим, – тине “ЛАКИ” фондының президенты Татьяна Есаулкова.
“ЛАКИ” хәйриә фонды 2024 йылдың 1 мартында булдырылған һәм ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған. Фондтың миссияһы – Рәсәй балаларына мөхәббәт, хәстәрлек, йылы һәм яҡлау тойоу өсөн ярҙам итеү.
Фото: "ЛАКИ" хәйриә фонды.