Сәләмәт булайыҡ
31 Март 2025, 13:45

Яуаплылыҡ тураһында оноторға ярамай

Енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған.

Яуаплылыҡ тураһында оноторға ярамайЯуаплылыҡ тураһында оноторға ярамай
Яуаплылыҡ тураһында оноторға ярамай

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, наркомандарҙың күпселеген 35 йәшкә тиклемге йәштәр тәшкил итә. Улар үҙҙәренең тоҙаҡҡа нисек эләгеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡала. Үҙҙәренең “өлкәнәйеүен”, бер кемдән дә кәм йәки бәйле булмауын раҫлау һәм “компания өсөн” ымһындырғыс ағыуҙы тәмләргә ашыға.  

Наркоман үҙенең күпселек социаль бәйләнештәренән ҡолаҡ ҡаға. Элекке дуҫтары шәхес булараҡ юҡҡа сыға барған  иптәшенән ситкә тайпыла башлай, мәнфәғәттәр ҡырҡа айырыла бара. Наркотиктар ҡулланыу бик тиҙ үлемгә алып килә. Әгәр ҙә үҫмер наркотик ҡуллана башлаған икән, уны тиҙерәк медицина ойошмаһына килтереү һәм бәйлелектән ҡотолдороу сараһын күрергә кәрәк. Кешеләр наркотик ҡулланыуҙың хәүефе тураһында мәғлүмәтле булырға тейеш. Өҫтәүенә енәйәт яуаплылығы ла бар. Ошо хаҡта тулыраҡ – һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән карточкала.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас