Йәшел һуған менән йомортҡанан бәлеш бешерәйек.
Башта ҡамыр әҙерләйбеҙ. Уның өсөн 400 миллилитр кефир, 150 грамм аҡ май, 300 грамм он, ике йомортҡа, ике аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, балғалаҡ ярым йомшартҡыс кәрәк.
Эслек өсөн: ике бешкән йомортҡа, бер бәйләм йәшел һуған, бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ үҫемлек майы.
Аҡ майҙы иретәбеҙ ҙә уға тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ. Әҙер ҡатнашмаға кефир ҡоябыҙ. Йомортҡа, ҡамыр йомшартҡыс, он өҫтәп, һәйбәтләп бутайбыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Йәшел һуғанды майҙа әҙерәк ҡыҙҙырабыҙ, йомортҡаны ваҡлап турап, тоҙ һалып бутайбыҙ. Шунан табаға ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ. Өҫтөнә эслек һалабыҙ ҙа ҡамырҙың икенсе өлөшөн ҡушабыҙ. Духовканы 170-180 градусҡа тиклем йылытып, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Шулай уҡ эслекте шул килеш ҡалдырып, ваҡ бәлештәр бешерһәгеҙ ҙә, бик тәмле килеп сыға.
Табындарығыҙ - йәмле, аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: kamelena.com