Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” – яңы федераль милли проектҡа яҡшы исем. Оҙайлы ғына түгел, сифатлы йәшәү. Һәр беребеҙ ошоно теләр инек.
Милли проектта – поликлиникаларҙың, амбулаторияларҙың, ФАП-тарҙың яңыртылыуы, квалификациялы медицина кадрҙарын йәлеп итеү, дауалауҙа һәм диагностикалауҙа яңы алымдар, экстрен ярҙамды яҡшыртыу, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу.
План буйынса барһаҡ, 2030 йылға тиклем көтөлгән ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә тиклем, 2036 йылға тиклем 81 йәшкә тиклем оҙайта алабыҙ.
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағындағы туғыҙ төбәк проектын тормошҡа ашырыу өсөн 6,4 миллиард һум йәлеп итергә уйлайбыҙ. Төбәк проекттары медицина тармағының матди-техник базаһын нығытырға булышлыҡ итәсәк.
Беренсел звеноны бәләкәй ауылдарҙа ғына түгел, 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарҙа ла заманлаштырыу ҡарарын ҡабул иттек. Быйыл алты поликлиниканы асасаҡбыҙ. Туғыҙ объектта етди ремонт эштәрен атҡарҙыҡ, 134 модулле ҡоролма ҡуйҙыҡ, биш мең тирәһе медицина ҡорамалы һатып алдыҡ.
Беҙҙең өсөн мөһим тарих – йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен һәм уларҙан һуңғы ҡатмарлыҡтарын иҫкәртеү, С гепатиты булған пациенттарҙы дарыуҙар меән тәьмин итеү, яман шеш менән сирләгәндәрҙең медицинанан файҙалана алыуы. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ғариза бирҙек, Онкологя диспансерына, Ғ, Ҡыуатов исемендәге дауаханаға һәм Кардиология үҙәгенә онкология 11 берәмек етди ҡорамал килеренә ышанабыҙ”.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.