Сәләмәт булайыҡ
9 Апрель 2025, 14:30

Сысҡандарҙан, талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән ҡотолорбоҙмо?

Хәбәр итеүҙәренсә...

Сысҡандарҙан, талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән ҡотолорбоҙмо?Сысҡандарҙан, талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән ҡотолорбоҙмо?
Сысҡандарҙан, талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән ҡотолорбоҙмо?

Башҡортостанда 91,5 мең гектар майҙанды сысҡандарҙан, талпандарҙан, серәкәйҙәрҙән эшкәртеү һәм бөжәктәрҙән дезинсекциялау планлаштырылған.

Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтендәге кәңәшмәлә Республика дезинфекциялау үҙәге етәксеһе Павел Мочалкин белдерҙе. Ул әйтеүенсә, эшкәртеү күләменең артыуы геморрагик биҙгәк, талпан энцефалиты, боррелиоз кеүек хәүефле сирҙәр кимәлен кәметергә булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә республика дауалау һәм реабилитациялау өсөн 70 миллион һум тирәһе аҡсаны экономиялай. Ғәҙәттәгесә, иғтибар кеше күпләп йөрөгән парктарға, пляждарға һәм башҡа урындарға бүленәсәк.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас