“Битарафһыҙлыҡ, вайымһыҙлыҡ, маҡсатһыҙлыҡ, яҡындарымдың әйткәненә ҡолаҡ һалмау һөҙөмтәһендә “аҡ үлем” тоҙағына эләктем”, - тигән ине әллә күпме йыл элек республикала үткәрелгән рейдтарҙың береһендә Фәрит исемле егет. Ул ваҡыттан һуң әллә күпме йыл уҙҙы. Был егеттең яҙмышы тураһында ла хәбәрҙар түгелмен, әммә ул үҙе шул ваҡытта уҡ был аҙымға баҫыуына ныҡ үкенә ине, сөнки наркомания “тоҙағы”нан сығыуы бик ауыр, ти белгестәр.
Наркомания – психактив матдәгә тыйып торғоһоҙ ынтылыш булыуы. Уның төп билдәһе: наркотикка күнегеү, дозаны һәм уны ҡулланыу наркотикка бәйлелек – сираттағы доза юҡ осраҡта “ломка” башланыуы. Алкоголь һәм тәмәке шулай уҡ психоактив матдәләргә ҡарай, әммә юридик яҡтан наркотик булып иҫәпләнмәй.
Тик шул хаҡта оноторға ярамай: барлыҡ психоактив матдәләр – ағыу, мейенең күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың фекерләүе боҙола, интеллекты түбәнәйә, хәтере насарлана. Был алама ғәҙәт кеше психикаһын үҙгәртә, уның хәрәкәте боҙола, хис-тойғолар ярлылана. Организмдағы бөтә ағыуҙар бауыр тарафынан зарарһыҙландырыла, наркотиктар уның күҙәнәктәрен һәләк итә һәм циррозға килтерә. Бынан тыш, дөйөм энәләрҙән файҙаланыу һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡаһында наркомандар йыш ҡына бер-береһенә В һәм С гепатиттарын, сифилис һәм ВИЧ-инфекцияһын йоҡтора.
Был афәткә йәштәр бигерәк тиҙ бирешә. Уларҙың һәм башҡаларҙың наркотиктар ҡорбанына әүерелмәүе өсөн төрлө саралар күреү зарур, иң тәү сиратта ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү мөһим.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.