Сәләмәт булайыҡ
12 Апрель 2025, 04:00

Быуындарҙағы ауыртыуҙы ҡәнәфер ҡыуып ебәрә!

Одеколон ғына табырға кәрәк! Шифалы шыйыҡса бер аҙнала әҙер була. 

Быуындарҙағы ауыртыуҙы ҡәнәфер ҡыуып ебәрә!Быуындарҙағы ауыртыуҙы ҡәнәфер ҡыуып ебәрә!
Быуындарҙағы ауыртыуҙы ҡәнәфер ҡыуып ебәрә!

Арҡа, терһәк һәм тубыҡ ауыртыуҙары, артроздар, ревматизм, радикулит, миозит ваҡытында одеколонға һалынған ҡәнәфер бик яҡшы ярҙам итә.

Биш пакет (һәр береһе 20 г) хуш еҫле төйөндәр алып, ике “тройной” одеколон флаконы ҡойоғоҙ. Ябыҡ быяла банканы ҡараңғы урында (һыуытҡыста түгел) бер аҙна тотоғоҙ, даими һелкетеп тороғоҙ.

Әҙер шифалы шыйыҡса ҡуйы көрән төҫтә булырға тейеш. Ауырыған урындарҙы һөртөп, полиэтилен менән ҡаплағыҙ һәм был ерҙе йылыға төрөгөҙ. Ауыртыу китәсәк! Ҡаршы күрһәтмәләр: аллергик реакциялар , тире ҡатламының боҙолоуы, язвалар, дерматиттар һ. б.

Халыҡ медицинаһы сараһын файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас