Өфө диетологы һәм терапевт Регина Ахунйәнова йоҡо сифатын яҡшыртыу буйынса бер нисә кәңәш бирә. Үҙенең Телеграм-каналында эксперт төнгө 12 сәғәткә тиклем йоҡларға ятыуҙың мөһимлеге тураһында киң таралған фекерҙе кире ҡаға. Белгестең әйтеүенсә, йоҡоно көйләү өсөн яуап биргән мелатонин гормонын етештереүҙең иң юғары нөктәһе тәүлектең аныҡ ваҡытына бәйләнмәгән. Уның кимәле йоҡо оҙайлығына һәм яҡтылыҡ шарттарына бәйле, ә кешенең нисә сәғәттә йоҡларға ятыуына бәйләнмәгән, ти ул. Йоҡо сифатын яҡшыртыу өсөн доктор бер нисә ябай кәңәш бирә.
Яҡшы йоҡлау өсөн уңайлы шарттар тыуҙырығыҙ: тейешле температура, тынлыҡ булыуы һәм яҡтылыҡтың ҡамасауламауы бик мөһим.
Түшәк һәм мендәр йоҡлау өсөн уңайлы булырға тейеш.Тәндең уңайһыҙлыҡ тойоуы муйында һәм арҡала ауыртыныу тыуҙырыуы ихтимал.
Йоҡо алдынан кофе, сәй, шоколад һәм алкоголь ҡулланыу ял сифатына кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, йоҡларға ятҡанға тиклем алты сәғәт алда эселгән бер сынаяҡ кофе йоҡоға талыуҙы бер сәғәткә кисектерә.
Стресс – йоҡоноң төп дошманы. Саф һауала йөрөү, тын алыу күнегеүҙәре, йога стресс кимәлен кәметә һәм организмды йоҡоға әҙерләйәсәк. Белгестәрҙең әйтеүенсә, йоҡо оҙайлығы ете сәғәттән дә кәм булмаҫҡа тейеш, сөнки йоҡоноң етешмәүе организмдың ҡартайыу процесын тиҙләтеүе һәм матдәләр алмашыныуы менән бәйле проблемаларға килтереүе ихтимал.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.