Сәләмәт булайыҡ
17 Апрель 2025, 11:30

“Йәшәү уты” яңы донорҙар йәлеп итәсәк

Эстафетаның маҡсаты – елек майы донорҙарының федераль регистрына яңы донорҙарҙы йәлеп итеү, лейкемия һәм башҡа ҡаты ауырыуҙарға дусар пациенттарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеген арттырыу.

“Йәшәү уты” яңы донорҙар йәлеп итәсәк“Йәшәү уты” яңы донорҙар йәлеп итәсәк
“Йәшәү уты” яңы донорҙар йәлеп итәсәк

Республика ҡан ҡойоу станцияһының ҡан һәм уның компоненттарын әҙерләү бүлеге мөдире Фирүзә Мәүхәт ҡыҙы Хәлилова Донорҙар көнө тарихы тураһында һөйләне һәм был көндә үтәсәк сараларҙың әһәмиәте  менән таныштырҙы.

 –Һәр нимәнең инеше, тарихы бар. Рәсәйҙә Донорҙар көнө 2007 йылдың 20 февралендә булдырылды. Байрам датаһы 1832 йылдың 20 апрелендә донъяла тәү тапҡыр ҡан ҡойоу осрағына арналды. Был сараны Петербургтың йәш табип-акушеры Андрей Мартынович Вольф үткәрә. Был көндә ул бала табырға йыйынған ҡатынды ҡабул итә. Ҡапыл пациенттың хәле насарлана, ҡан китә башлауы күҙәтелә. Табип ҡатынға иренең ҡанын ебәрергә ҡарар итә һәм уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала.  Байрамдың матур традициялары бар. Был көндә теләгән һәр кем медицина үҙәктәрендә ҡан бирә, матбуғат конференциялары, акциялар үткәрелә. Республика ҡан ҡойоу станцияһында йыл һайын төрлө саралар ойошторола. Донор хәрәкәтендә ҡатнашҡан почетлы донорҙарҙы тәбрикләү һәм бүләкләү, станцияла  быуындар бәйләнешен күрһәткән күсмә музей булдырыу, “Изгелек. Өфө үҙәге. Ирекмәндәр башланғыстары оҫтаханаһы” проектының беренсе  социаль акцияһына старт биреү ҡаралған. Ирекмәндәр, йәштәр, йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре һәм баш ҡаланың был эшкә битараф булмаған һәр кешеһе акцияла ҡатнаша ала. Бейеү флешмобы һәм онлайн-марафондарҙа ирекмән-медиктарҙы, Иглин районының “Талисман” йыр ансамблен, станция хеҙмәткәрҙәрен күрәсәкбеҙ. Бөтә Рәсәй” Донор коды. Ватанды һаҡлаусылар” акцияһына ярашлы, “Ҡан донорҙары –Еңеү вариҫтары”эстафетаһын башлаясаҡбыҙ. Унда СССР-ҙың Ҡораллы көстәрендә, шул иҫәптән утлы нөктәләрҙә, контртеррористик операцияларҙа хеҙмәт иткән хәрбиҙәр, афған һуғышында ҡатнашҡан  яугирҙәр ҡатнашасаҡ, ҡан тапшырасаҡ. Почетлы донорҙарҙы тантаналы шарттарҙа наградлау – байрамдың тағы ла бер күңелле бите.  6 майҙа “Тормош уты” тип аталған Бөтә Рәсәй эстафетаһының башланыуы бик әһәмиәтле ваҡиға. Уның маҡсаты – елек майы донорҙарының федераль регистрына яңы донорҙарҙы йәлеп итеү, лейкемия һәм башҡа ҡаты ауырыуҙарға дусар пациенттарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеген арттырыу. Старт Республика ҡан ҡойоу станцияһында башлана һәм баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап ун саҡрым юл үтеләсәк.  

Фото: шәхси архивтан.    

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас