

Билдәле булыуынса, кешенең йыуан эсәге ғүмере буйына 100 тонна аҙыҡ һәм яҡынса 40000 литр шыйыҡсаны эшкәртә. Шулай итеп эстә 15 килограмдай ғына бысраҡ йыйыла. Ул, әлбиттә, һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә.
Ашҡаҙан эшләмәй торһа, эс ҡаталаһа, артыҡ ауырлыҡ күҙәтелһә, тире йәмһеҙләнһә, тырнаҡ, сәс менән проблема башланһа, тимәк, эсәкте таҙартырға кәрәк.
Таҙарыныу өсөн етен онон ҡулланып ҡарағыҙ.
Уны 21 көн дауамында ошо рәүешле ҡулланырға мөмкин:
1 -7-се көн – 100 мл кефирға бер ҡалаҡ етен орлоғо
8 - 14-се көн – 100 мл кефирға ике ҡалаҡ етен оно
15 - 21-се көндә 150 мл кефирға өс ҡалаҡ етен оно һалып, яҡшылап болғатып, иртәнге аштан алда ас ҡарынға эсәргә.
Етен орлоғон кофемолкала үҙегеҙ порошок хәленә килтерә алаһығыҙ.
Мәғлүмәт танышыу маҡсатында ғына бирелә. Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.