

Ҡыҙылса менән ауырыу осрағы каникул ваҡытында Октябрьский ҡалаһында теркәлгән: 10 йәшлек малайға үҙ ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелгән. Был хаҡта ҡалалағы 1-се дауахананан хәбәр иткәндәр.
Бала Туймазы үҙәк район дауаханаһының йоғошло сирҙәр клиника-диагностикалау үҙәгендә дауалана. Медицина ойошмаһының табип-эпидемиологы Нелли Мөхәмәтованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙылса оҙайлы инкубация осоро булған йоғошло сир һанала. Шуға күрә тәүге 72 сәғәт эсендә бала аралашҡан мөхиттә эпидемияға ҡаршы барлыҡ саралар күрелгән.
Ҡыҙылсанан һаҡланыуҙың берҙән-бер юлы бар. Ул – вакцина яһатыу. 2004 йылдан өлкән йәштәгеләрҙе планлы иммунизациялау бара.
Сабыйға 12 ай тулғас, уға ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина эшләтеү мотлаҡ. Ревакцинация 6, 15-тән 17, 22-нән 29 йәшкә тиклем эшләнә. Был тотороҡло иммунитетты булдыра.
Фото: “Башинформ”.