

Һәр ашығыс ярҙам станцияһында һәммәһенә лә беренсе булып ярҙамға килгәндәр - фельдшерҙар, табиптар, шәфҡәт туташтары, диспетчерҙар һәм водителдәр- эшләй. Уларҙың иңенә кеше ғүмерҙәрен ҡурсыу кеүек юғары бурыс ҡуйылған. Тиҙҙән, 28 апрелдә, Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо матур байрам алдынан Ашығыс медицина ярҙамы һәм катастрофалар медицинаһы үҙәгенең Шишмә ашығыс ярҙам подстанцияһында һәм уның Дәүләкән пунктында эш сәфәре менән булдыҡ. Был сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн Башҡортостандың Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзына, Шишмә ашығыс ярҙам подстанцияһы етәксеһе Артур Тәлғәт улы Зинуровҡа һәм уның ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Кешенең иң ҡәҙерле булған сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡларға кәрәккәндә тап фельдшерҙар, табиптар, шәфҡәт туташтары, диспетчерҙар һәм водителдәр ярҙамға ашыға. Бөгөн уларҙың фиҙакәр, еңел булмаған эшенә шаһит булдыҡ, бер аҙға үҙебеҙҙе улар урынына ҡуйып ҡараныҡ, медицина хеҙмәткәрҙәре кисергән уй-тойғоларҙы күңел аша үткәрҙек. Шишмә районының Шөңгәккүл ауылынан өлкән йәштәге ирҙең инсульт кисергәндән һуң тәненең бешеүенә, уның Өфөләге 18-се ҡала дауаханаһы эргәһендәге Республика тән бешеү үҙәгенә килтереүҙәренә шаһит булыу ғына түгел, уның һаулығы өсөн борсолоу ҙа – барыһын да йөрәк аша үткәрелде, йәнә бер тапҡыр хеҙмәт бурыстарын барлыҡ күңелен һалып башҡарғандарҙың ғына был тармаҡта эшләй алыуына шаһит булынды. Иң мөһиме – медицина ярҙамына мохтаж өлкән йәштәге кеше үҙ ваҡытында дауаханаға килтерелде. Ошо һәм башҡалар тураһында тулыраҡ “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.