

Ылыҫлы ағастарҙың, бигерәк тә ҡарағайҙың тын юлдары сире менән яфаланыусылар өсөн ни тиклем файҙалы икәнен яҡшы беләбеҙ. Юҡҡамы ни күп шифаханалар янында ҡарағай ағастары ултырталар. Ә бит ҡарағай бөрөһөн йәки әле генә бөрөләнеп килгән йәш тубырсыҡтарҙы үҙебеҙгә лә йыйып алырға һәм унан бик күп төрлө шифалы дарыу, ҡайнатма эшләргә мөмкин. Әле ҡарағай бөрөһөн йыйыу өсөн иң уңайлы мәл. Был осорҙа улар сайырлы, йәбешкәк, йәшел генә һәм хуш еҫле була һәм, тәбиғи, шифалы матдәләре иң ныҡ тупланған сағы.
Бөрөләрҙе йәки яңы ғына тумарланып килгән тубырсыҡтарын бирсәткә кейеп, ҡайсы менән ҡырҡып алығыҙ, сөнки ҡулға йәбешкән сайыр тиҙ генә йыуылмай. Ҡарағай тубырсығынан ҡайнатма эшләү өсөн уның бармаҡ башындай ғына йәш тубырсыҡтарын 2 килограмм йыябыҙ. 2 литр һыуҙа ярты сәғәт тирәһе ҡайнатҡас, 2 килограмм шәкәр ҡомо өҫтәп, бөтәһе 2 сәғәт талғын утта ҡайнатырға кәрәк.
Аҙаҡ уны банкаларға һалып, һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа һалҡын алдырғанда, йүтәлләгәндә был ҡайнатма бигерәк тә файҙалы һәм шифалы. Уны шулай уҡ төрлө үлән сәйҙәре менән ҡушып эсергә лә мөмкин. Әйткәндәй, сит илдәрҙә булғанда ҡарағай тубырсығына бал һалынған ҡайнатманы ауыҙ итергә тура килде. Тимәк, һеҙ ҙә шулай уҡ ҡарағай тубырсығына бер аҙ бал һалып ҡулланып ҡарарға ла мөмкин.