Сәләмәт булайыҡ
28 Апрель 2025, 11:15

Медицина өлкәһендәге ғилми-ғәмәли конференция булды

Өфөгә Тверь, Һарытау, Киров, Волгоград, Силәбе, Һамар, Курск, Махачкала, Воронеж, Ҡазан, Мәскәү, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Төркиәнән ғалимдар йыйылды.

Медицина өлкәһендәге ғилми-ғәмәли конференция булдыМедицина өлкәһендәге ғилми-ғәмәли конференция булды
Медицина өлкәһендәге ғилми-ғәмәли конференция булды

Вуз-ара кампус резиденты, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан дәүләт медицина университеты Өфөлә теория һәм практика медицинаһы мәсьәләләре буйынса 90-сы юбилей фәнни-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу өсөн әйҙәүсе белгестәрҙе – студенттарҙы һәм йәш ғалимдарҙы йыйҙы. Өфөгә Тверь, Һарытау, Киров, Волгоград, Силәбе, Һамар, Курск, Махачкала, Воронеж, Ҡазан, Мәскәү, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Төркиәнән ғалимдар йыйылды.

- Фән менән шөғөлләнгән ғалим инновацияларға асыҡ, донъяла барған технологик процестарға йәлеп ителә. Һәр ун йыл һайын вузда ҡайһы бер белгеслектәрҙең нигеҙҙәрен тулыһынса алмаштырабыҙ, һәр биш йыл һайын белдем күләме икеләтә арта. Беҙҙең өсөн был үҫеш, “Приоритет-2030” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, мөһим. Бөгөн студенттар һәм йәш ғалимдар Вуз-ара студенттар кампусында, Урология һәм клиник онкология институтында, Фундаменталь медицина институтында яңы ҡорамалдар менән эшләй, - тип һөйләне БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.

Конференцияла Халыҡ-ара урологтар йәмғиәте президенты Жан де ла Розетт донъя кимәлендәге эксперт булараҡ сығыш яһаны.

- Был конференция - йәш ғалимдар өсөн үҙ мөмкинлектәрен асыу мөмкинлеге, - тип белдерҙе ул.

Сарала ҡатнашыусылар университеттың ғилми лабораториялары, уларҙа атҡарылған тикшереүҙәр һәм башҡалар менән танышты.  Фәнни сара барышында йәш ғалимдар дөйөм хирургия, молекуляр медицина, гигиена, эпидемиология һәм башҡалар тураһында фекер алышты. Сарала барлығы 20 секция эшләне, бер меңдән ашыу кеше, 500 доклад тыңланылды.

Конференцияла 126 кеше еңеүсе тип танылды. Улар - Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Мәскәү университеттары һәм башҡа вуздарҙың йәш ғалимдары.

Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26652/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас