

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте көнөндә “Беҙ - бер команда” флешмобын ойошторҙо. Эштәре көсөргәнешле булһа ла, был медицина хеҙмәткәрҙәре әүҙем, ыңғай, татыу булып ҡала. Өҫтәүенә флешмоб йәнә бер тапҡыр был хеҙмәткә булған хөрмәттең һәр кемебеҙгә бәйле икәнлеген раҫланы.
Флешмобҡа Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Өфө, Учалы, Ишембай, Туймазы, Белорет, Благовещен, Дүртөйлө һәм район үҙәктәре – республиканың һигеҙ медицина округынан 36 ярҙамсы станция вәкилдәре ҡатнашты. Улар “Беҙ бер команда”, “Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарабыҙ”, “Беҙ Профсоюзда” лозунгылары менән фотоға төштө, үҙҙәренең эше тураһында ҙур булмаған видеоролик әҙерләне.
-“Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәрен кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған профессионалдар ғына түгел, бергә ял иткән, спорт менән шөғөлләнгән, махсус хәрби операция биләмәһендәге хеҙмәттәштәренә ярҙам иткән хеҙмәткәрҙәр итеп күрһәтеү мөһим ине, - тип белдерҙе республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы етәксеһе Рауил Хәлфин.
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең видео-визиткаларында эштәренең нескәлектәре, ҡаһарманлыҡтары һәм башҡалар тураһында һөйләне. Был акция “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәрен халыҡҡа тағы ла яҡыныраҡ итте.
Бөгөн “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте өсөн Башҡортостанда байтаҡ эштәр атҡарыла. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ҡатнашлығында республика бюджетынан “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған, ярҙамсы станцияларҙа капиталь ремонт эштәре атҡарыла, Иглинда модулле ярҙамсы станция асылды. Кадрҙар менән тәьмин итеүгә лә етди иғтибар бүленә: республика Башлығы ҡушыуы буйынса медицина колледждарының филиалдары асыла, фельдшерҙарҙы туплау арта.
Әммә “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә халыҡ ярҙамы ла кәрәк. Был хеҙмәт автомобилдәренә юл биреү, фельдшерға хөрмәт менә ҡарау – былар кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итә. Үҙҙәренең һөнәри көндәрендә халыҡ һаулығы, ғүмере һағында тороусылар тап ошолар хаҡында иҫкәртә.
Сығанаҡ, фотолар: республиканың Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.