

Ауылдашым Альбина Байегетова һөйәкле ит бешереү, елек майы ашау бәйле ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты.
“Ул һөйәк эсендәге тәмле майҙы "елек майы" тиҙәр беҙҙә. Эҫе генә килеш ашаһаң, бигерәк тәмле шул үҙе. Тик уны бешергән һайын миңә бала саҡтағы бер ваҡиға иҫкә төшә: елек майын һөйәге эсенән төшөрәм тип, бар көсөмә тәрилкә эсенә һуғыуым булды, тәрилкә китте ярылып, май китте осоп, әсәй китте борҡоп...
Ул ваҡиғаға 30 йыллап ваҡыт үтһә лә, иттең шул өлөшөн бешергән һайын кисәгеләй иҫкә төшә...”
Был яҙмаға яуап итеп, Миләүшә Юлдашбаева бик үҙенсәлекле һаулыҡ һәм матурлыҡ рецебы – коллаген эшләү ысулы тураһында яҙҙы.
“Ошондай һөйәкте 10-15 сәғәт яй ғына утта ҡайнатып, тәбиғи коллаген эшләп була. Матур ғына һөйәктәрҙе саҡ ҡына ите менән бергә ҡайнатырға ҡуяһың. Ҡайнап сыҡҡас, бер аш ҡалағы алма һеркәһе өҫтәйһең, тоҙ һалырға онотмағыҙ.
12-20 сәғәткә тиклем ваҡыт ҡайнатырға мөмкин. Һурпаһы ҡайнап, яртылаштан да күберәк кәмеп китә.
Һөҙәһең дә, өлөштәргә бүлеп, һыуытҡыста йәки туңдырғыста һаҡлайһың. Көн һайын яҡынса бер шырпы ҡабы ҙурлыҡ киҫәкте (алдан шулай бүлеп туңдырһаң, йәтеш була) бер стакан эҫе һыу өҫтәп, тоҙлап-борослап эсәһең.
Сығанаҡ: https://vk.com/id190377974