Сәләмәт булайыҡ
4 Май 2025, 08:30

Бына шундай шәп кеше йәшәй Төрөмбәттә!

Һуңғы ваҡытта гипертония сире арта, шәкәр диабеты “йәшәрә” бара. Сәбәптәре төрлө инде, нәҫелдән килгән сирҙәр йоғонтоһо ла бар, стрестар тәьҫире лә ҙур. Мәктәптә санитария-гигиена темаһына лекциялар, һөйләшеүҙәр ойоштороу һөҙөмтәле. Балалар бәләкәйҙән сәләмәтлеген хәстәрләргә, һаулыҡтан да ҙурыраҡ байлыҡ булмауын аңлап үҫергә тейеш”, – тип иҫәпләй тәжрибәле фельдшер. 

Бына шундай шәп кеше йәшәй Төрөмбәттә!Бына шундай шәп кеше йәшәй Төрөмбәттә!
Бына шундай шәп кеше йәшәй Төрөмбәттә!

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында  2022 йылда асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктының ишектәре ябылғаны юҡ. Иркен, яҡты, таҙа медицина пунктына аяҡ баҫыу үҙе күңелде күтәрә, ти ауылдаштар.

– Мин 1985 йылда ошо ауылда һөнәрем буйынса эш башланым. Ике тапҡыр бинаны алыштырырға тура килде. Ошондай яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләргә яҙыр тип уйламағайным да. Бәхеткә күрә, бынан өс йыл элек ауылда бына тигән медицина пункты ҡалҡып сыҡты, – ти ҡырҡ йыл инде ауылдаштарының һаулыҡ һағында торған фельдшер Рәйлә Ҡотлоюлова.

Төрөмбәт фельдшер-акушерлыҡ пункты 1948 йылда Байегет Баязит улы Замановтың шәхси йортонда ойошторола. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. 1951 йылда медицина пункты Харрас Вәлиевтең өйөнә күсерелә. Ниһайәт, 1957 йылда ағастан яңы бина төҙөп, бүлмәләрҙең береһендә фельдшер-акушерлыҡ пункты ойошторола, ә ике бүлмә медицина хеҙмәткәрҙәренә йәшәү өсөн бирелә. Был бина ла иҫкереп, авария хәлендә ҡалғас, 1986 йылда яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.

– Биналар иҫке, хәҙерге кеүек заманса ҡорамалдар булмаһа ла, был осорҙа халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләгән хеҙмәттәштәремдең һаулыҡ һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Мин уларҙың һәр береһен – уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында эшләгән фельдшер Әсҡәт Әхмәтовты, 70-се йылдарҙа халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәткән фельдшерҙар Гөлйыһан Ильясова һәм Сальва Фәхретдинованы, Салауат медицина училищеһын тамамлап эшкә килгән Дилә Килмөхәмәтованы, Стәрлетамаҡ медицина училищеһында белем алғандан һуң Төрөмбәттә эш башлаған Зилә Ильясованы ҙур хөрмәт менән иҫкә алам, – ти Рәйлә Сабит ҡыҙы.

Хәҙерге заман медицина пункттары республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (2025 йылдың ғинуарынан “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”) ярашлы төҙөлә һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. “Күреп тораһығыҙ, бөтә йыһаздар ҙа, ҡорамалдар ҙа өр-яңы. Медицина кәрәк-яраҡтары өсөн шкафтар, өҫтәл-ултырғыстар, ноутбук, ЭКГ аппараты, кислород мендәре, тонометр, үлсәү һәм башҡа приборҙар – барыһы ла бар. Ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуғанда кәңәшләшеү өсөн телемедицина ярҙамға килә. Талбазы дауаханаһы терапевтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Яңы бина диспансерлаштырыу үткәреү өсөн бик уңайлы. Айына 25 кеше тикшереү үтергә килә. Тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам. Һуңғы ваҡытта гипертония сире арта, шәкәр диабеты “йәшәрә” бара. Сәбәптәре төрлө инде, нәҫелдән килгән сирҙәр йоғонтоһо ла бар, стрестар тәьҫире лә ҙур. Мәктәптә санитария-гигиена темаһына лекциялар, һөйләшеүҙәр ойоштороу һөҙөмтәле. Балалар бәләкәйҙән сәләмәтлеген хәстәрләргә, һаулыҡтан да ҙурыраҡ байлыҡ булмауын аңлап үҫергә тейеш”, – тип иҫәпләй тәжрибәле фельдшер.

Рәйлә Сабит ҡыҙының яуаплылығында 400-гә яҡын пациент. Фельдшер ауылдаштарының һәр береһен биш бармағындай яҡшы белә, холоҡ-фиғелен дә, ауыртҡан ерҙәрен дә. Диспансерлаштырыуға саҡырыуы ла юҡҡа түгел, тап шундай медицина тикшереүҙәре сирҙәрҙе ваҡытында тотоп алырға, дөрөҫ диагноз ҡуйырға һәм мәлендә дауа билдәләргә ярҙам итә, ти фельдшер.

Рәйлә Сабит ҡыҙының тормош иптәше Юлай Миниәсғәт улы Ҡотлоюлов та ауылдаштары араһында ҙур абруй ҡаҙанған  уҙамандарҙың береһе. Эше лә тынғыһыҙ, Төрөмбәт ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, көндәлек ауыл мәшәҡәттәрен, яҡташтарының тормошон  еңеләйтеү, яугирҙәргә гуманитар ярҙам ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүҙә янып йөрөгән етәкселәрҙең береһе. Өс балаһы ла атай йортонан осоп сығып китеп, ҡанаттарын нығытып, үҙаллы донъя ҡорған. Ҡотлоюловтарҙың иркен, күркәм йорто һәр йылдағыса йәмле йәй етеү менән ейән-ейәнсәрҙәрен ҡаршыларға әҙерләнә.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Бына шундай шәп кеше йәшәй Төрөмбәттә!
Бына шундай шәп кеше йәшәй Төрөмбәттә!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас