

Вуз-ара кампус резиденты, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан дәүләт медицина университеты 5-нән 7 майға тиклем “Тактик медицина: Еңеүҙән Еңеүгә тиклем” мәғариф-илһөйәрлек марафонын үткәрә. Сара Башҡортостан медицина университетының 2-се һәм 3-сө корпустары араһындағы асыҡ майҙансыҡта бара. Сараны асыу тантанаһында студенттар, табиптар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
- Илебеҙҙә һуғыш ҡағылмаған, туғандары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашмаған бер ниндәй ғаилә лә юҡ. Бөгөн күп йәш студенттарҙы күрәм, улар йылмая, көлә, ә ул ваҡытта, 80 йыл элек, йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар шулай уҡ хыялланған, көлгән, пландар ҡорған, әммә фронтҡа киткән. Һәм баһалап бөткөһөҙ хаҡ менән киләсәккә лайыҡ булғандар, - тип сараларҙы ҡатнашыусыларҙы сәләмләне Башҡортостандың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Марафондың тәүге ике көнөндә тотош республикалағы медицина кластарынан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Марафон программаһында - тактик медицина буйынса асыҡ дәрестәр, тактик медицина һәм беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү һәм башҡалар буйынса буйынса оҫталыҡ кластары.
-Константин Тлкачев һәм тотош депутаттар корпусы исеменән марафонда ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем. Еңеү илебеҙгә еңел бирелмәне. Башҡортостандан ғына 800 меңдән ашыу кеше мобилизацияланды һәм Тыуған илде һаҡларға юлланды. Бөгөн яҡташтарыбыҙ йәнә ҡулына ҡорал алырға мәжбүр, йәнә фашизм баш күтәрҙе, - тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе Салауат Харасов.
-Беҙ һәр ваҡыт илебеҙ, халҡыбыҙ менән. Бөгөн университеттың 200 хеҙмәткәре хәрби бурысын үтәй. Һәм 50 табип һәм уҡытыусы Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә табиплыҡ бурысын үтәй, - тип белдерҙе Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндләр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.
https://pravitelstvorb.ru/news/26710/