

Был асыш күп ғүмерҙәрҙе ҡотҡара аласаҡ. Башҡортостан ғалимдәре миокард инфарктын дауалауҙа ҙур аҙым яһаны. Улар йөрәк туҡымаһынының йәрәхәтләнгән зонаһын һиҙелерлек кәметергә һәләтле үҙенсәлекле молекула уйлап тапты. Ул һынауҙарҙың тәүге этаптарын үткән һәм һөҙөмтәле булыуын күрһәткән яңы дарыуҙың нигеҙен тәшкил итәсәк. Молекуланы вуз-ара студенттар кампусында Башҡорт дәүләт медицина университетының бәләкәй таргет молекулалары лабораторияһында эшләп сығарҙылар.
Инфаркттан һуң йөрәк туҡымаһының йәрәхәтләнеүен кәметеү хәҙер хыял түгел, ә Башҡортостан ғалимдәренең Ҡытайҙағы хеҙмәттәштәре менән ике йыллыҡ көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөмтәһе. Ошо асыш арҡаһында оҙаҡламай йөрәкте һаҡлаясаҡ яңы дарыу барлыҡҡа килеүе мөмкин. Алда – клиник һынауҙар. Барыһы ла уңышлы хәл ителһә, яңы дарыу Рәсәй фармацевтика фәнен үҫтереүҙә ҡеүәтле этәргес буласаҡ.
Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.