Сәләмәт булайыҡ
8 Май 2025, 07:00

Оҙайлы ғүмер кисергең килһә

Аҙнаһына ике тапҡыр...

Оҙайлы ғүмер кисергең килһәОҙайлы ғүмер кисергең килһә
Оҙайлы ғүмер кисергең килһә

Эксперттар тикшереүҙәр үткәргәндән һуң шундай һығымтаға килгән: туҡланыу оҙайлы ғүмер кисереүҙең бер мөһим факторы тип табылған. Республика йәмәғәт һаулыҡ һаҡлау һәм медицина профилактикаһы үҙәге табиптары туҡланыуҙың  йәшлекте оҙайтыуға булышлыҡ итеүсе биш ҡағиҙәһен атаны.

 Донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән йөҙйәшәрҙәрҙең туҡланыу рационын өйрәнеү оҙаҡ һәм сәләмәт ғүмер кисереү өсөн ярҙам итеүсе туҡланыуҙағы законлыҡтарҙы асыҡлаған.

  1. Һәр нәмәлә сама кәрәк, туҡланыуҙа айырыуса. Рацион күләмен һәм калориялылығын аҡыл менән, уйлап кәметеү оҙайлы ғүмерҙең нигеҙе булып тора. Билдәле булыуынса, 80 йәште уҙғандар араһында һимеҙҙәр күҙәтелмәй. Тағы ла бер мөһим күрһәткес – тән массаһының тотороҡлоғо, ҡапыл ябығыу йәки һимереүгә юл ҡуйырға ярамай.
  2. Аҙыҡ-түлектең төрлөлөгө мөһим. Ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙең аҙнаһына 35-40 төрлө аҙыҡ ҡулланыуы асыҡланған. Белгестәр әйтеүенсә, бындай ярлы рационда организм өсөн кәрәкле туҡланыу матдәләре етерлек кимәлдә түгел.
  3. Омега-3 майлы кислота. Оҙаҡ йәшәгегеҙ килһә, балыҡ ашағыҙ, тип кәңәш бирә табиптар. Аҙнаһына ике тапҡыр “балыҡ көнө” үткәреү йөрәк сирҙәре үҫеше хәүефен 30 процентҡа кәметә. Шулай уҡ балыҡтағы омега-3 майлы кислота ҡандағы холестерин кимәлен көйләй һәм баш мейеһе, ҡан тамырҙары һәм йөрәк сәләмәтлегенә яҡшы йоғонто яһай.
  4. Майлы аҡһымдан баш тартығыҙ. Йәҙйәшәрҙәр ғәҙәттә артыҡ майлы булмаған ит, ҡош-ҡорт ите һәм балыҡ менән туҡлана.
  5. Ҡайһы бер аҙыҡтарҙан баш тартырға кәрәк, тип иҫкәртә белгестәр. Өлкәнәйгән һайын организмда лактоза етешмәй башлауы һөттөң эшкәртелеүен ауырлаштыра. Ололар өсөн иң яҡшыһы – сыр, эремсек кеүек әсегән һөт аҙыҡтары ҡулланыу. Алкоголле эсемлектәрҙән һәм ҡамыр аштарынан баш тартыу яҡшыраҡ булыр, сөнки уларҙың етди сирҙәргә килтереүе ихтимал.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас