

Ҡайһы берәүҙәр самауырҙағы йәки сәйнүктәге һыуҙы бер нисә тапҡыр ҡайнатыуҙың сәләмәтлек өсөн зарарлы булыуын раҫлай. Ә бына терапия һәм профилактик медицинаның Милли медицина тикшеренеү үҙәге лабораторияһы етәксеһе Софья Елиашевич әйтеүенсә, бөтә хәүефләнеүҙәр ҙә нигеҙһеҙ.
Ҡайһы берәүҙәр “ауыр” һыу өлөшөнөң артыуы сәләмәтлекккә насар тәьҫир итә, тип иҫәпләй. Терапевтың раҫлауынса, дейтерий һыуының концентрацияһы унда бик аҙ, һаулыҡ өсөн хәүефе юҡ.
Һыуҙы бер нисә тапҡыр ҡайнатыу уның артыҡ минералланыуына килтерә, тигән дәғүә лә бар. Белгес әйтеүенсә, барлыҡҡа килгән юшҡын кеше организмына тәьҫир итмәй, бары һауыт-һабаны йышыраҡ йыуырға тура килә.
Тағы ла бер уйҙырма – хлорҙың ағыуға әүерелеүе һөҙөмтәһендә токсиндар барлыҡҡа килеүе. Ҡаланың һыу менән тәьмин итеү системалары органик ҡушымталарҙы юҡ итеп, һыуҙы зарарһыҙландырыу эше н тулыһынса башҡарыу һәләтенә эйә, хәүефләнмәгеҙ, тип иҫкәртә белгестәр.
Нәсих Хәлисов фотоһы.