

– Көнөнә нисә операция эшләйһегеҙ?
– Ете-һигеҙҙән дә кәм түгел.
– Тимәк, йылына...
– Йөҙәрләгән инде. Яңыраҡ үҙем өсөн һанап ултырҙым әле – үҙ ғүмеремдә протезлау буйынса ғына ла – 8000 тирәһе операция яһағанмын.
– Арымайһығыҙмы?
– Юҡ, пациенттарыңдың рәхмәт һүҙен ишетеү, эшеңдең һөҙөмтәһен күреү – ул бар ғәмәлдән дә өҫтөнөрәк...
Һан менән бергә сифат та камиллаша
Үҙем Өфө ҡалаһы 18-се дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлексәһе мөдире, медицина фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, юғары категориялы травматолог-ортопед Сергей Холкинды тыңлайым, ә күҙ алдымда – меңәрләгән яҙмыш. Үҙ ғүмерен, киләсәген, иртәгәһен Сергей Аркадьевичҡа ышанып тапшырған кеше ғүмерҙәре. Күпме ауырыу – шунса сир, тигәндәй, ниндәй генә диагноздар менән мөрәжәғәт итмәйҙәр бында. Тубыҡ һәм янбаш-бот быуындарын беренсел һәм ревизион эндопротезлау, табандың аҫҡы һәм өҫкө өлөшөндәге деформацияларҙы бөтөрөү, тубыҡ быуынының бәйләүестәрен тергеҙеү, умыртҡа һөйәгенең дегенератив сирҙәрен ваҡытында иҫкәртеү һәм башҡалар. Шулай уҡ бүлектә киҫкен йәрәхәтләнгәндәрҙе дауалау ҙа күҙ уңында тотола. Ғөмүмән, Сергей Аркадьевич әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа операцияларҙың һаны бермә-бер күбәйгән. Был, беренсенән, ғүмер оҙонлоғоноң артыуына бәйле булһа (ә быуын сирҙәре башлыса оло йәштәгеләргә хас), икенсенән, бөгөнгө заман медицинаһы шул тиклем алға киткән, һөҙөмтәлә пациенттарҙы оператив юл ярҙамында аяҡҡа баҫтырыуға ихтыяж да ҙур, мөмкинлектәр ҙә сикһеҙ. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, элегерәк травматология һәм ортопедия өлкәһендә пациенттарҙың 20-25 проценты ғына хирургия алымы менән дауаланһа, хәҙер был һан – 78-80 процент. Үҫеш – өс тапҡыр. Иң мөһиме, һан менән бергә сифат та камиллаша. Ҡасандыр операция үткәргән пациенттар аҙналар буйы дауахана койкаһында ятырға мәжбүр булһа, хәҙер иһә улар операциянан һуң икенсе тәүлектә аяҡтарына баҫа.
– Күреүемсә, һеҙҙә күпселек оло йәштәгеләр ята икән, - тим табип менән палаталар буйлап үткән арала.
– Эйе, бот һөйәгенең проксималь бүлеген һындырып йә тубыҡ быуындарының һыҙлауына түҙә алмайынса мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Башлыса 70 йәштән өлкәнерәктәргә хас ауырыуҙар инде. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 80 процентына операция яһайбыҙ.
– Был нимәгә бәйле?
– Йәрәхәтләнеү, йыш сирләү, генетик бирешеүсәнлек – барыһы ла яйлап-яйлап, мәҫәлән, тубыҡтың быуын сиренә алып килә. Элегерәк бындай диагноз менән башлыса Ҡурған, Чебоксар, Санкт-Питербург ҡалалары дауаханаларын һайлайҙар ине, хәҙер, күреп тораһығыҙ, хәлдәр башҡаса.
– Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта, ысынлап та, тубыҡтарына зарланғандарҙы миңә лә йыш ҡына осратырға тура килә. Хатта таныштарым араһында ла ошо сирҙән яфаланғандар бар. Быуын сирҙәре йәшәрәме?
– Быуын ауырыуҙары йәшәрмәй, диагностика яҡшыра. 80-се йылдарҙа табип иң яҡшы осраҡта рентген аша үткәрә, пациентты ҡарай һәм тыңлай ала ине. Әммә ул төплө үҙгәрештәрҙе генә күрһәтә. Бөгөн иһә МРТ, КТ, УЗИ-диагностика бар. Әгәр ун йыл элек МРТ уникаль тикшереү булһа, хәҙер инде күп пациенттар беренсе ҡабул итеүгә үк МРТ һөҙөмтәләре менән килә. Эйе, кешеләр үҙҙәре хаҡында хәстәрлек күрә, тикшерелергә килә, проблемаларҙы башланғыс стадияла асыҡлай. Әммә йәшәү ритмы ла үҙгәрә бит: күпселек хәҙер көн дауамында компьютерҙа ултыра, йәйәү йөрөр урынға, машинала елдерә. Һөҙөмтәлә туҡымаларҙа “пассивлашыу” күренеше башлана – лимфоток әкренәйә, кимерсәктең туҡланыуы насарая, сәләмәт күҙәнәктәр тиҙерәк һәләк була.
– Ни эшләргә һуң был сиргә бөтөнләй тарымаҫ өсөн? Ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
– Спорт. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәй беҙҙең халыҡ. Ҡулығыҙҙан килгәнсә, физкультура менән шөғөлләнегеҙ, йәйәү йөрөгөҙ. Йөҙөү, йүгереү, сәләмәт йәшәү рәүеше, дөрөҫ туҡланыу –барыһы ла сәләмәтлеккә бер аҙым. Әммә һәр нәмәлә сама булырға тейеш. Мәҫәлән, спорттың да төрлөһө була. Профессиональ спортсыларҙы аҙ күрмәнем. Шуға һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ. Иң мөһиме, ауыртыу үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр, тип көтмәгеҙ. Ауыртыуҙы баҫҡан дарыуҙарҙы ла йоторға ашыҡмағыҙ. Улар, әлбиттә, ауыртыныуҙы баҫыр, әммә башҡа эске ағзағыҙға кире тәьҫир итеүе ихтимал. Хәҙер ҡайҙа ла табип-травматологка мөрәжәғәт итеү, тейешле тикшеренеүҙәр үтеү һәм дөрөҫ дауа алыу мөмкинлеге бар.
Бер төрлө ике операция булмай
Травматология – ул көндәлек хеҙмәт. Тәжрибә, үҙ-үҙең өҫтөндә даими эшләү, белемеңде камиллаштырыу травматолог өсөн бик мөһим. Бер төрлө ике операция булмай, ти белгестәр. Заманса ҡорамалдар, медицина алымдары, препараттар дөйөм булыуға ҡарамаҫтан, һәр пациент шәхсән иғтибар һәм мөнәсәбәт талап итә. Хатта бер үк диагнозды төрлө техника һәм методика ҡулланып, төрлөсә дауаларға мөмкин. Һәр травматологтың үҙ ҡарашы. Барыһы ла табиптың тәжрибәһенә һәм белеменә бәйле. Был йәһәттән Сергей Холкинға пациенттары мең рәхмәтле. “Хоҙай ебәргән табип” тиҙәр ундайҙар тураһында.
Иң мөһиме, ортопедия йүнәлешендәге операцияларҙы уҙғарыу һәр кем өсөн асыҡ һәм ул Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы буйынса яһала. Эйе, сират ҙур. Әммә ул йылдарға һуҙылмай. Кәм тигәндә, алты – туғыҙ ай көтөргә тура килә. Уның ҡарауы, сит ҡалаларға йөрөмәйһең, аҡса сарыф итмәйһең. Сират тигәндән, бөгөн, ысынлап та, табиптарға йөкләмә ҙур. Сағыштырыу өсөн: әгәр бынан бер нисә йыл элек травматолог-ортопед-хирург йылына яҡынса 80 операция эшләһә, бөгөн был һан 200-ҙән ашып китә. Әлбиттә, ни генә тиһәк тә, операция – ул һуңғы инстанция. Ниндәй генә тәжрибәле табип ҡулына эләкһәң дә, операция организм өсөн ҙур стресс. Шуға ла был һуңғы сиккә барып етмәҫ өсөн мөмкин тиклем һаулығыңды ҡайғыртырға, даими тикшерелеп торорға кәңәш итә табиптар. Сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу – терәк-хәрәкәт ағзалары ауырыуҙарын иҫкәртеүҙең төп сараһы. Артыҡ ауырлыҡ та организмдың төп дошманы. Хәйер, был иҫкәртеү саралары бер травматология-ортопедия тармағына ғына ҡағылмай. Ниндәй генә табип менән һөйләшһәң дә, сәләмәтлектең төп нигеҙе һинең йәшәү рәүешеңә бәйле булыуын улар алдан уҡ әйтеп тора.
Арҡа терәр коллективы көслө
Билдәле, был ҡаҙаныштар Сергей Аркадьевичтың бер үҙенең генә ҡулынан килер эш түгел. Тылы ныҡ уның. Арҡа терәр коллективы көслө. Һәр ҡайһыһы тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә лә риза ул. Иң мөһиме, барыһы ла тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы.
Ысынлап та, бүлексәнең эше тынғыһыҙ ҙа, яуаплы ла. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, дөрөҫ диагноз ҡуйыу, дауалау, операциялар яһау, реабилитация... Әйткәндәй, һуңғыһына килгәндә, бүлексәлә операциянан һуң пациентты тиҙ арала аяҡҡа баҫтырыуға бик яуаплы ҡарайҙар. Ике-өс аҙна дауамында физиотерапия, массаж, дауалау гимнастикаһы – барыһы ла операциянан һуң мотлаҡ саралар. Ауырыу ботлап керә, мыҫҡыллап сыға, тиҙәр. Бында берәү ҙә үҙ теләге менән килеп эләкмәй. Шулай ҙа, иң мөһиме, бында дауаланыусыларҙың һауығып сығыуға ышаныстары ла, мөмкинлектәре лә ҙур. Бының өсөн улар табиптарға мең рәхмәтле.
Ғөмүмән, травматология-ортопедия бүлексәһе генә түгел, тотош 18-се дауахананың эшмәкәрлеге тураһында ла тик ыңғай фекерҙәр ишеттек пациенттарҙан. Баш табип Наил Ғиләжетдинов етәкселегендә профессиональ команда эшләй бында. Күпме яҙмыштарҙың, күпме ҡотҡарылған ғүмерҙәрҙең, күпме шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың шаһиттары, сәбәпселәре улар.
– Был донъяға ҡабаттан тыуһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ? – тип һорайым Сергей Аркадьевичтан хушлашыр алдынан.
– Һис шикһеҙ, табип булыр инем, – тине ул.
Хәйер, башҡаса яуап көтмәгән дә инем.
Зәйнулла БАЙҒАЗИН,
Ейәнсура районы:
– Икенсегә киләм инде был дауаханаға. Былтыр йәй бер тубыҡҡа операция эшләткәйнем, бына хәҙер икенсеһенә йөрьәт иттем. Рәхмәт табиптарға, барыһы ла уңышлы үтте. Сергей Холкинды электән ишетеп белә инем. Шуға ла тик уға ышанып килдем һәм һис үкенмәйем. Ғөмүмән, дауаханала шул тиклем профессиональ команда эшләй. Был ҡабул итеү бүлексәһенән үк һиҙелә. Барыһы ла тәртиптә. Таҙа. Операциянан һуң тәүге тәүлектәрҙә бигерәк тә ауыр бит инде. Шул саҡта әлдә генә яныңда һине аңлап, хәлеңә инеп торған шәфҡәт туташтары, санитаркалар булды. Рәхмәт уларға.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.