Сәләмәт булайыҡ
17 Май 2025, 06:00

Ул яу яланында снаряд ярсығы менән яраланған була...

Арҡа мейеһен үтеп сыға һәм һөйәккә батып инә. 

Ул яу яланында снаряд ярсығы менән яраланған була...Ул яу яланында снаряд ярсығы менән яраланған була...
Ул яу яланында снаряд ярсығы менән яраланған була...

Салауат ҡала дауаханаһы нейрохирургтары махсус хәрби операцияла яраланған яугиргә ҡатмарлы операция яһап, ғүмерен ҡотҡарып ҡалды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Яугир арҡаһының түбән өлөшөндә ауыртыуға, аяҡтарындағы хәлһеҙлеккә һәм тура баҫып йөрөй алмауына зарлана. Ул яу яланында снаряд ярсығы менән яраланған була.

Табиптар пациентты тикшергәндә һигеҙгүҙҙең ярсыҡ менән яраланыуын асыҡлай. Төп үҙенсәлек – туранан-тура яра каналының булмауында. Снаряд ярсығы ҡабырғаға уң яҡлап инеп, йомшаҡ туҡымалар аша сығып, бишенсе бил умыртҡаһының арҡыры тармағын зарарлай һәм һигеҙгүҙҙең артҡы бүлектәрен онтай. Ул  шулай уҡ арҡа мейеһен үтеп сыға һәм һөйәккә батып инә. 

Табиптар  операция алдынан ентекләп медицина тикшереүҙәрен үткәргәндән һуң бер сантиметр ҙурлығындағы кубик рәүешендәге ярсыҡты уңышлы алып ташлай. Операция өҙлөгөүҙәрһеҙ үтә, табиптар арҡа мейеһен зарарламай ҙур һаҡлыҡ менән уның эргәһенән үтә.

Шул уҡ көндә пациент аяғына баҫа. Операция яраһы тиҙ уңала һәм яугирҙе артабан реабилитация үтеү өсөн дауахананан сығаралар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас