Сәләмәт булайыҡ
20 Май 2025, 13:30

Өфө тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде

 Рәсәй онкологтарының XIII съезы асылды.

Өфө тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелдеӨфө тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде
Өфө тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй онкологтарының XIII съезы делегаттары менән осрашты. Ул Өфөлә 19 майҙан 21 майға тиклем ғилми үҙәктәр һәм вуздарҙың профилле кафедралары етәкселәре, табиптар, федераль һәм төбәк медицина ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үтә. Съезд делегаттары менән осрашыуҙа Радий Хәбиров республикала онкология  ярҙамы үҫешенең әһәмиәтен билдәләне.

– Башҡортостанда беҙ онкология хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытабыҙ, юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алабыҙ. Балалар онкологияһына ҙур иғтибар бирәбеҙ – Республика балалар клиник дауаханаһы эргәһендә Балалар онкология һәм гематология үҙәге астыҡ. Иртә диагностикалау өсөн мөмкинлектәр тыуҙырабыҙ, шул иҫәптән ауыл биләмәләре халҡы өсөн. Ә беҙҙең ғилми мәктәп – Рәсәйҙә иң көслөләрҙең береһе, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Әммә инфраструктураның ғына булыуы аҙ, компетенцияларҙы үҫтерергә, табиптарҙы уҡытырға, был өлкәләге төп белгестәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк. Шуға күрә беҙҙең өсөн съезд ҙур әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Башлығы һаулыҡ һаҡлауҙың танылған эшмәкәрҙәренә, уларҙың тармаҡҡа индергән өлөшөн билдәләп, дәүләт наградалары тапшырҙы. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы был өлкәләге табип профессияһының тәрән белемдән тыш, ҙур эске көс талап итеүен дә билдәләне. Ул бындай хәүефле сирҙәр менән көрәшкәндә быуындар бәйләнеше мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәсәй фәндәр академияһы академигы Евгений Чойнзонов съездың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне һәм онкология хеҙмәтен нығытыуға ҙур иғтибар бирелеүе өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостан әүҙем үҫешә, уны төҙөлөүсе объекттарға ҡарап күрергә мөмкин. Һуңғы ике йылда төҙөлгән вуз-ара кампустың тәүге сираты – илдә иң яҡшыларҙың береһе. Ул яңы медицина кадрҙарының тимерлеге буласаҡ. Был кешеләргә ҡарата хөрмәт һәм киләсәккә етди мөнәсәбәт тураһында һөйләй, – тине академик.

Волга буйы федераль округының штаттан тыш баш белгес-онкологы Рөстәм Хәсәнов сараның яҡшы әҙерләнеүен, Өфөнөң профессиональ аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны буласағын билдәләне.

Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас