Сәләмәт булайыҡ
28 Мая 2025, 06:00

Икенсе тапҡырға ла – игеҙәктәр!

Светлана хәҙер биш балаға әсәй!

Икенсе тапҡырға ла – игеҙәктәр!Икенсе тапҡырға ла – игеҙәктәр!
Икенсе тапҡырға ла – игеҙәктәр!

Медицинала был хәл бик һирәк осрай. Светлана Корнеева бынан  бер йыл да һигеҙ ай элек Республика перинаталь үҙәгендә игеҙәк балалар таба. Ир менән ҡатындың  ҙур улдары ла бар.

 Яңыраҡ әсә ошо уҡ клиникала йәнә “королева” игеҙәктәрен  ( ҡыҙ һәм малай) тапты, тип хәбәр итә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Был ваҡиға ғаилә шатлығы ғына түгел, табиптарҙың иғтибарын йәлеп иткән феноменға әүерелде.

“Игеҙәктәр тыуыуы беҙҙең заманда һирәк күренеш түгел. ЭКО программаларын индереү менән был хәл тағы ла артты. Тик Корнеевтар ғаиләһендә был инде тәбиғи юл менән донъяға килгән икенсе “королева  игеҙәге”. Был мөғжизә! Татыу ғаиләне икеләтә бәхеттәре менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйем”, – тип яҙа социаль селтәрҙә Айрат Рәхмәтуллин.

 Беҙ ҙә был һүҙҙәргә ихлас ҡушылабыҙ!

Фото: Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәге битенән.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас