Пермь крайында Башҡорт дәүләт медицина университетының медицина кластары асыла.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ҡатнашлығында Пермь крайының Барҙа районындағы һигеҙ мәктәптә Башҡорт дәүләт медицина университетының Павловка медицина кластары асыла. Был хаҡтағы килешеүҙәр вуз делегацияһының 2-се Барҙа урта мәктәбенә эш сәфәре ваҡытында булды.
Һөйләшеү ваҡытында хакимиәттең Мәғариф идаралығы ҡарары менән Павловка (бәләкәй) медицина кластарын асыу тураһында һөйләшелгән. Уларҙа химия, генетика һәм физика предметтары ныҡлап өйрәнеләсәк.
“Медицина кластарын асыу – мәғариф өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә яңы аҙым. Балалар профилле предметтарҙы ныҡлап өйрәнеп кенә ҡалмай, Өфөгә экскурсияға ла бара ала. Улар Өфөнөң күренекле урындарын, вуз-ара кампусты ҡараясаҡ, университеттың үҙендә буласаҡ”, - тине Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.
Фото, сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.