Сәләмәт булайыҡ
5 Июнь 2025, 15:45

Бында осраҡлы кешеләр булмай

Хирургтың эш көнө, мәҫәлән, 16.00 сәғәттә тамамланһа ла, операция бара икән йәки ауырыуҙарҙың хәленә ҡарап, бер нисек тә дауахананы ташлап сығып китә алмай.

Бында осраҡлы кешеләр булмайБында осраҡлы кешеләр булмай
Бында осраҡлы кешеләр булмай

Медицина – ул йәшәйешебеҙҙең төп өлөшөн тәшкил иткән тармаҡтарҙың береһе. Унһыҙ тормошобоҙҙо хатта күҙ алдына килтереүе ауыр. Хирургия иһә ғәйәт ҡатмарлы, ауыр, яуаплы, фиҙакәрлек талап иткән өлкә, табип өсөн  хатта йәшәү рәүеше ул, шуға күрә бында осраҡлы кешеләр булмай.

Һис сер түгел, һәр кемдең тиерлек үмеренең яртыһы, хатта унан артығырағы эштә үтә. Ә бына хирургтың эш көнө, мәҫәлән, 16.00 сәғәттә тамамланһа ла, операция бара икән йәки, ауырыуҙарҙың хәленә ҡарап, бер нисек тә дауахананы ташлап сығып китә алмай. Өҫтәүенә ашығыс осраҡтарҙа тәүлектең төрлө ваҡытында саҡыртып алыуҙары ихтимал. Был ғына түгел, тәүлек әйләнәһенә был һөнәр эйәләренә бүлектә дежурҙа булырға тура килә. Хирургия бүлеге – медицинаның иң интенсив, көсөргәнешле һәм яуаплы эшмәкәрлек алып барған йүнәлештәрҙең береһе.

Ҡорос нервы, сабырлыҡ, тыныслыҡ, ҡыйыулыҡ, хәлде контролдә тота белеү, хатта ҡаһарманлыҡ – бына ошо сифаттар хас хирургтарға.

18-се ҡала клиник дауаханаһы хирургия бүлеге етәксеһе, юғары категориялы табип-хирург Айрат Йәһүҙиндең, операция блогы  мөдире, юғары категориялы табип-хирург, медицина фәндәре кандидаты Айрат Ғайсиндың, паллиатив медицина ярҙамы бүлеге етәксеһе, юғары категориялы табип-хирург, медицина фәндәре кандидаты Рәүеф Нурғәлиндең һәм башҡа хирургтарҙың ҡулы алтын. Улар ғүмерендә күпме кешегә йәшәү йәмен бүләк итте икән? Үҙҙәре лә хәтерләмәйҙер, моғайын. Хәйер, улар был хаҡта артыҡ һөйләргә лә ашыҡмай, сөнки ғәҙәти хеҙмәт бурысы итеп ҡабул итеп өйрәнгәндәр. Әммә бына уларҙың ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы һөҙөмтәһендә ғүмер кисергәндәрҙең хәтер янсығында улар айырым урын биләй һәм уларҙың был медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәте сикһеҙ.

Ә хирургтар үҙҙәре лә операция уңышлы тамамланғандан һуң да тиҙ генә тыныслана аламы икән? Юҡтыр. Уларҙы, әллә күпме йылдар операция өҫтәле артында тороуына ҡарамаҫтан, пациенттарҙың өҙлөгөүҙәре ихтималлығы, ауырыуҙың хәле, һауығыу барышы күңелен өйкәй, тынғыһыҙлай. Әммә шул уҡ ваҡытта улар барыбер эшен яратып башҡара. 

ҺҮРӘТТӘР:  хирургия бүлеге етәксеһе, юғары категориялы табип-хирург Айрат Йәһүҙин; алтын ҡуллы табиптар Рәүеф Нурғәлин, Рөстәм Ғәлиев, Азамат Ғайсин, Айрат Йәһүҙин, Николай Юшков һәм Камил Латипов.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Бында осраҡлы кешеләр булмай
Бында осраҡлы кешеләр булмай
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас