

Башҡортостан дәүләт медицина университетында һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу мәсьәләләренә арналған конференцияла Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Вадим Валерьевич Ваньков ҡатнашты. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Һанлы ФАП” проекты абруйлы Бөтә Рәсәй “Оргздрав: лидеры отрасли” премияһында еңеүсе тип табылыуы йәмәғәтселек өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды.
Мәскәү ҡунағы һанлаштырыу өлкәһендә етди уңыштар, яҡшы һөҙөмтәләр менән бергә һаулыҡ һаҡлауҙы һанлы трансформациялау өлкәһендә стратегик йүнәлештәр раҫланғанын, ҡырҡа боролош яһау өсөн ҙур мөмкинлектәр барлығын билдәләне.
Хәҙерге ваҡытта табипҡа алдан яҙылып килеү осраҡтары 75 процент тәшкил итә. Был – яҡшы күрһәткес. Ә бына поликлиникаға онлайн режимында теркәлеүҙе 100 процентҡа тәьмин итеү әлегә ҙур бурыс булып ҡала. Вадим Валерьевичтың әйтеүенсә, тап ошо ваҡыттан пациенттың һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына мөнәсәбәте барлыҡҡа килә, теркәлеү ҡаршылыҡтарһыҙ, тиҙ башҡарылырға тейеш.
Һанлаштырыу ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттыра. Проектҡа ярашлы, фельдшерҙар урындарҙа дистанцияла эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын рәсмиләштерә, электрон рецептар яҙа, табиптар менән телемедицина консультациялары үткәрә һәм диагностика мәғлүмәттәрен тапшыра ала. Һанлаштырыуҙың юғары кимәле һөҙөмтәһендә ауыл медицина пункттарының 97,3 проценты интернет менән тәьмин ителгән. Хәҙерге көндә республика һаулыҡ һаҡлау тармағының һанлы экосистемаһы 205 медицина ойошмаһын берләштерә һәм 4,5 миллион электрон медицина картаһын туплаған. Был – бик ҙур күләмдәге мәғлүмәт тигән һүҙ.
Яһалма интеллект ярҙамында 120 меңдән ашыу медицина һүрәттәре эшкәртелгән. Алгоритм патологик үҙгәрештәрҙе күрһәтә, уларҙы үлсәй, диагноздар варианттарын тәҡдим итә. Медицина һүрәттәрен яһалма интеллект ярҙамында тәүге эшкәртеү тиҙлеге – өс минутта 100 һүрәт! Ә табипҡа бының өсөн ун тапҡырға күберәк ваҡыт кәрәк. Яһалма интеллект табиптың ярҙамсыһы булып ҡына сығыш яһай, ә һуңғы һүҙҙе һәр саҡ медицина белгесе әйтә.
Вадим Ваньков әйтеүенсә, тейешле инфраструктура булдырмайынса мәғлүмәттәрҙе һанлы форматҡа күсереү, дәүләт һәм медицина мәғлүмәт системаларын төҙөү мөмкин түгел. 2024 йылда электрон медицина документтар әйләнешен булдырыу буйынса илдә байтаҡ эш башҡарылған. “Һанлаштырыу – мөһим инструмент, тик уның менән файҙалана белергә кәрәк”, – тине Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.