

12 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «ПроДобро» ҡала үҙәген асыуҙа ҡатнашты. Ул Октябрь проспектында, 29-сы йортта урынлашҡан.
Мәғариф учреждениеһы хәйриә фондтарын, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы, эшҡыуарлыҡ субъекттарын һәм әүҙем граждандарҙы берләштергән “ Өфө Изге” (“Уфа Добрая”) капиталь проекты ярҙамында барлыҡҡа килде.
«ПроДобро» — коворкинг үҙәге, унда айырым ихтыяждары булған балаларға үҙҙәренең һәләттәрен тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр, профориентация һәм эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтелә.
Ул 198 уҡыусыға иҫәпләнгән. Художество, социаль һәм гуманитар, шулай уҡ физик тәрбиә һәм спорт йүнәлештәре буйынса һигеҙ төркөм бар.
Башҡортостан Башлығы йыһазландырылған кухняны, тегеү һәм керамика бүлмәләрен ҡараны. Төбәк етәксеһе балалар менән аралашты, уларҙы үҙенең кабинеты буйлап экскурсияға саҡырҙы.
Үҙәк директоры Людмила Сәхәпова учреждениела йәшәү бүлмәләренең кәрәкле ҡорамалдар һәм көнкүреш техникаһы менән йыһазландырылыуын билдәләне. Был балаларға киләсәктә оло тормош өсөн социалләшеү күнекмәләрен үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Үҙәктә шулай уҡ ата-әсәләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ошо категория кешеләре менән эшләргә теләгән ирекмәндәр һәм вожатыйҙар өсөн уҡыу курстары ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ бында ҡатмарлы тормош хәленә ҡалған өфөләргә адреслы ярҙам йыйыу маҡсатында хәйриә саралары үткәреләсәк.
Радий Хәбиров ҡала халҡын «ПроДобро» үҙәге асылыуы менән ҡотланы һәм уны булдырыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
Фото: "Башинформ"