

Юл япрағы халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Унан яһалған дарыуҙар шешенеүҙе, һыҙланыуҙы бөтөрә, яраларҙы уңалта, ашҡаҙан эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай, йүтәлде баҫа, ҡаҡырыҡты сығара, нервы ҡуҙғыуҙан, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, йөрәккә көсөргәнеште кәметә, ҡан баҫымын түбәнәйтә.
Күптәребеҙ белеүенсә, ҡайнар һыуҙа йыуылған юл япраҡтарын һәйбәт итеп иҙеп, тәндең йәрәхәтләнгән, эренләгән урындарына һалыу, шулай уҡ төнәтмәһе менән ауыртҡан ерҙәрҙе эшкәртеү ныҡ ярҙам итә. Үләндең тамырынан һығып алынған һутты үпкә сирҙәрен дауалағанда һәм зарарлы бөжәк тешләгәндән, һағыҙаҡ йәки йылан саҡҡандан һуң эсәләр. Халыҡ дауалаусылары элек-электән юл япрағын онкология сирҙәренә ҡаршы компресс рәүешендә файҙаланырға, үпкә, ашҡаҙан яман шешенән яфаланғанда төнәтмә итеп эсергә ҡуша.
Дарыу яһау өсөн был үләнде майҙан сентябргә тиклем йыйырға була. Һутын ябай, электән билдәле ысул буйынса алалар: япраҡтарҙы сыбыҡсаһы менән бергә өҙөп, йыуып, ҡайнар һыуҙа бешекләп, ит турағыстан үткәрәләр, килеп сыҡҡан иҙелмәне туҡыма эсенә төрөп, ныҡ итеп һығалар. Әгәр һут ныҡ ҡуйы икән, 1:1 нисбәтендә һыу ҡушырға мөмкин, унан ары бер-ике минут ҡайнатып алырға кәрәк.
Юл япрағы һутын гастрит, колит, энтероколит сирҙәре киҫкенләшкәндә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 15 – 20 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Тын юлдары ауырыуҙарынан интеккәндә иһә был һутты ярты сынаяҡ һыуға бер-ике ҡалаҡ ҡушып, бал менән ҡабул итәләр. Дауаланыу курсы – 30 көн.
Кешенең йыуан эсәге йәки ашҡаҙанының лайлалы ҡатламы хроник шешеүгә дусар булһа, шул уҡ ваҡытта кислота күләме түбәнәйһә, йәнә юл япрағы һуты ярҙамға килер. Уны көнөнә өс мәртәбә туҡланырҙан 15 – 30 минут алда берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк. Дөйөм курс – 30 көн.
Яңы йыйылған юл япрағынан яһалған һут – күҙҙең мөгөҙсәһен дауалау йәһәтенән яҡшы сара. Антисептик булараҡ, ул эренләүҙе, шешеүҙе туҡтата.
Үлән менән дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Фото Р. Әхмәдовтың "Одолень трава" китабынан.